“Статус” тип аталған инклюзив халыҡ театры актерҙары уйнаған “Бәхетле билмән” (“Счастливый пельмень”) спектаклен ошо арала Благовар районы тамашасылары ла ҡарай алған. Үҙенсәлекле спектаклде Ольга Степнова пьесаһы буйынса режиссер Гүзәл Дәүләтова ҡуйған.
Билдәле булыуынса, инвалидтарҙың “Факел” республика йәмәғәт ойошмаһы, “Инклюзив театр – яңы мөмкинлектәрем!” тигән проектты конкурсҡа тәҡдим итеп, 2022 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә арналған грантын отҡан. Спектакль ошо ярҙам булышлығында сәхнәгә сығарылған. Хәҙер театр артистары үҙенсәлекле әҫәр менән республикабыҙ райондары буйлап йөрөй. Благовар тамашасылары ла йылы юморға ҡоролған сәхнә әҫәрен яратып ҡараған. Был хаҡта Благовар районынан коллегаларыбыҙ хәбәр итә.
“Спектаклдән һуң проектты ойоштороусылар “Инклюзив театр коллективтарын ойоштороу үҙенсәлектәре”, “Уңайлы мөхит булдырыуҙың принциптары һәм үҙенсәлектәре”, “Мәҙәниәт учреждениеларында инвалидлығы булған кешеләргә уңайлы мөхит ойоштороу” темаларына лекция үткәрҙе, – тип яҙа хәбәрсе Эльвина Ғафарова. – Тамашасыларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙеләр".
Фото: blvesti.ru