Мәҙәниәт учреждениелары ла гүзәл заттарҙы 8 Март байрамы менән тәбрикләне. Республиканың төрлө тарафында матур тамашалар гөрләне. Ҡайһы берҙәрен генә телгә алып китәйек.
Стәрлетамаҡ филармонияһында яңы концерт премьераһы булған. Мөхәббәткә бағышланған программала тамашасылар филармония солистары башҡарыуында матур йыр-моң тыңлап, Бейеү театрының һоҡланғыс хореография композицияларын ҡарап ял иткән. Музыкаль программаны сәхнәгә режиссер Фәнил Толонғужин әҙерләгән.
Тамашаны өйгә ялға ҡайтҡан яугирҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, һәләк булған батырҙарҙың ата-әсәләре лә ҡараған.
***
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Яҙ, сәскәләр, комплименттар” тигән байрам тамашаһы үтте. Йәштәр театрының Ҙур залы сәхнәһе ошо театрҙың, Башҡорт дәүләт академия драма, Опера һәм балет, “Нур” татар, Рус драма театрҙары, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарын, “ғәскәровсылар”ҙы, “Бишбармаҡ” оркестрын берләштерҙе.
Йыр-моңға, бейеүгә, мөхәббәтле һүҙгә бай сара тамашасыларға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте, гүзәл затҡа байрам кәйефе өҫтәне. Режиссеры – Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Динара Ҡәйүмова.
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА