Бөтә яңылыҡтар

Салауат театрында - яңы премьера

"Төп хазина - алтын-көмөш түгел, ә ата-бабабаларыбыҙҙың ҡомартҡыһы, уларҙың аманаты"

Салауат театрында - яңы премьера
Салауат театрында - яңы премьера

Ошо көндәрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Салауат Әбүзәровтың әҫәре буйынса премьера булды.


Институтты тамамлағандан һуң ата-әсә йортонда төпләнергә ҡайтҡан Айбулат яңы йортҡа нигеҙ һалғанда хазина таба. Асыҡланыуынса, хазина ябайҙан булмай - һандыҡтың эсендә ғәрәп телендә яҙылған аманат һәм шәжәрә табыла, унда ошо ауылдың, ата-бабаларҙың тарихы һаҡлана. Саф күңелле Аллабирҙе бабай йәш быуынға аманатты еткереп ерҙәге үҙенең бурысын үтәп, яҡты донъя менән хушлаша. Уның ҡарауы, яҡты донъяға яңы сабый тыуа, тимәк, быуындар бәйләнеше өҙөлмәй, дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы, хазинаны алтын-көмөш, байлыҡ тип уйлаған Айбулаттың ауылдаштары ла спектакль аҙағында бының улай түгеллеген, төп хазина ата-бабаларыбыҙҙың ҡомартҡыһы икәнлеген яҡшы аңлай. Сәхнә биҙәлеше лә үҙенсәлекле ине: унда Башҡортостан картаһы, ауыл, Айбулаттың ата-әсәһенең йорто ла урын алған. Йорттоң ырыуҙарыбыҙҙың тамғалары менән биҙәлеүе тамашаны тағы ла әһәмиәтлерәк итә. Актерҙарҙың кейемдәрендә башҡорт орнаменттарының элементтары сағыла, костюмдар заманса, стилләштерелгән итеп эшләнгән.


- Тиҫтәнән ашыу йылдан һуң пьесаның тап беҙҙең театрҙа сәхнәгә сығарылыуы ғорурлыҡ уята. Әҫәрҙә тыуған төбәккә, ергә, телгә булған һөйөү, ата-бабаларҙың рухын һаҡлау, уға тап төшөрмәү кеүек изге төшөнсәләр урын алған. Был спектакль театрҙың репертуарында оҙаҡ йылдар йәшәр, уның менән башҡа ҡала-райондарға ла сығырбыҙ, тип өмөтләнәм, - ти театрҙың баш режиссеры, спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.


Спектакль һуңында театр актеры Револь Ғималов яҙған “Башҡортом” йыры аҫтында Башҡортостан Республикаһын булдырыуға өлөшөн индергән, телем, халҡым тип янған билдәле тарихи шәхестәрҙе иҫкә алыу бик тулҡынландырғыс булды.
Тамашасылар спектаклде йылы ҡабул итте, артистарҙы көслө алҡыштар менән оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәй торҙо.


Алһыу Шәмсетдинова:
- Бөгөн беҙ яҡтабышыбыҙ Салауат Әбүзәровтың пьесаһы буйынса Салауат театры ҡуйған комедияны ҡараныҡ. Комедия тиһәк тә, уның нигеҙендә тәрән уйландырырлыҡ проблемалар ята - эшһеҙлек, эскелек, ауылдарға тейешенсә иғтибар етмәү. Төп мәғәнәһе, әлбиттә, тыуған төйәккә тоғро ҡалыу, ата-бабабаларҙың рухын рәнйетмәү. Театрға йыш йөрөйбөҙ, артистарыбыҙ, һәр ваҡыттағыса, һоҡландырғыс итеп уйнаны.


Зәбирә Басирова:
- Спектаклде ғорурланып та, тулҡынланып та ҡарап ултырҙым. Бының менән артистар ағастың олоно ҡороһа, уның тамырының да ҡороуын, тарихын онотҡан халыҡтың иле бөтөүен, хазинаның алтын-көмөш түгел, ә уның тыуған тупрағыбыҙға булған оло һөйөү булыуын аңлатырға тырышты. Төп герой Айбулаттың үҙ һүҙендә ныҡ тороуы, сәмсел булыуы һоҡландырҙы. Беҙҙең милләт тә шундай ныҡ булһын, үҙ телен, тарихын белһен һәм үҙ мәнфәғәттәрен яҡлаһын, еребеҙҙе таратмайынса, телебеҙҙе һаҡлап йәшәһен ине башҡортом. Рәхәтләнеп ял иттек, күңел әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тойғолар менән тулды. Артистарыбыҙҙың оҫтарғандан-оҫтара барыуын күрәбеҙ, уларҙың уңыштарына шатланабыҙ.
Ул көндө премьераға Салауат ҡалаһы халҡы ғына түгел, ә күрше Ишембайҙан да килгәйнеләр.


Фәрит Мырҙабаев:
- Премьера бик оҡшаны. Салауат артистары спектаклдең төп мәғәнәһен тамашасыға тулыһынса еткерә алды. Әлеге ваҡытта күпселек йәштәр ҡалаға ынтыла, спектакдең төп геройы Айбулат кеүек ауылға ҡайтып төпләнеүселәр бик һирәк. Спектакль ошо йәһәттән дә йәштәргә бик фәһемле. Төп хазина - алтын-көмөш түгел, ә ата-бабабаларыбыҙҙың ҡомартҡыһы, уларҙың аманаты. Рәхәтләнеп көлөп тә алдыҡ, тәрән уйландырған урындары ла етерлек булды.


Пьесаның авторы Салауат Әбүзәров пьесаһын сәхнәлә күреүенә шат.
- Пьесамды сәхнәгә сығарған Салауат башҡорт дәүләт драма театрына оло рәхмәтемде белдерәм. Комедия тигәс, башта аптырабыраҡ ҡуйғайным, сөнки әҫәр драма булараҡ яҙылғайны. Шуға драманы комедия рәүешендә лә биреп булыуын күҙ алдына килтерә алмай инем. Әммә режиссер Лиана Ниғмәтуллина халыҡҡа сағыу образдар, үҙенсәлекле алымдар аша көлкөлө, шул уҡ ваҡытта уйландырырлыҡ әҫәр ҡуя алған. Был спектаклде мотлаҡ бөтә республика тамашасыһы күрергә тейеш. Салауат халҡы, һәр ваҡыт шулай берҙәм, татыу булып театрға йөрөгөҙ, залдар һәр саҡ тулы булып торһон, - тине ул.

Яңы премьера уңышлы булһын!

Фото һәм автор: Динә Ғәлиева.

Салауат театрында - яңы премьера
Салауат театрында - яңы премьера
Салауат театрында - яңы премьера
Салауат театрында - яңы премьера
Салауат театрында - яңы премьера
Салауат театрында - яңы премьера
Салауат театрында - яңы премьера
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: