Сибай сәсән йыйын йыйҙы

Йылдар түгел, быуаттар үтһә лә уның тоҡомо йәшәй әле.

Сибай сәсән һәйкәле янында “Сибай сәсән йыйыны-2023” конкурсының төп призын яулаған Әбйәлил районы сәсәниәһе Мәүҙиға Баймөхәмәтова.Сибай сәсән һәйкәле янында “Сибай сәсән йыйыны-2023” конкурсының төп призын яулаған Әбйәлил районы сәсәниәһе Мәүҙиға Баймөхәмәтова.
Сибай сәсән һәйкәле янында “Сибай сәсән йыйыны-2023” конкурсының төп призын яулаған Әбйәлил районы сәсәниәһе Мәүҙиға Баймөхәмәтова.

Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәҙәниәт йортонда республика “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы “Сибай сәсән йыйыны-2023” конкурсы үтте. Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан бөтәһе 20 бәйгесе ҡатнашты.

 

Вариҫтары уны онотмай

 

Халыҡ телендә йөрөтөлгән Сибай сәсән – Шәйәхмәт Сибаев 1822 йылда Иҫке Сибай ауылында тыуа. Бәләкәйҙән отҡор булған, атаһыҙ үҫкән малайҙы ауыл уҙамандары 1838 йылдың ғинуарында Ҡыҙыл станицаһында асылған башланғыс гарнизон мәктәбенә эш ҡағыҙҙары менән шөғөлләнеүселәр (писарҙар) төркөмөнә уҡырға ебәрә. Ике йыл уҡып ҡайтҡандан һуң, ул ауыл старшинаһының писары булып эшләй башлай һәм өс йыл ярайһы ғына тәжрибә туплай. 1843 йылдың июлендә Шәйәхмәт Сибаевты 7-се кантон писары итеп тәғәйен­ләйҙәр. Егет 7-се кантон башлығы Ҡотләхмәт Биксуриндың ҡыҙы Фатимаға ғашиҡ була. Писарының ҡыҙы менән сыуалыуын өнәмәгән Ҡотләхмәт кантон унан нисек тә булһа ҡотолоу юлдарын эҙләй һәм уны ситкә ебәрергә тырыша. Шул сәбәпле 1853 йылдың майында Шәйәхмәт Сибаев, тыуған ерҙәренән, һөйгәненән айырылып, Һырдарья тарафтарына юллана. Шәйәхмәт Сибаев ауылдаштары менән хушлашҡан сағында, артабан халыҡ йырына әүерелгән “Сибай” йырын башҡара.

Йәшел генә сана, зыңғыр дуға,

Ектерһәнә, Фатимам,

туратҡа.

Атайсалға ҡайтып,

кантон булһам,

Ирешер инем, Фатимам,

моратҡа...

Йор һүҙле, шиғри күңелле кантонды халыҡ Сибай сәсән тип ололаған һәм әле лә Иҫке Сибай ауылында йәшәгән сәсән вариҫ­тары уны онотмай, ауыл уртаһында сәсән Шәйәхмәт Сибаевҡа һәйкәл ҡуйылған.

Әйткәндәй, Иҫке Сибай ауылы ерлегендә халҡыбыҙҙың “Сибай”, “Абдрахман”, “Һары ла сәс”, “Буран­бай” кеүек йырҙары ижад ителгән.

Шуға күрә тап Сибай сәсән тыуып үҫкән ауылда Сибай сәсән йыйыны үтеүе лә юҡҡа түгел. Йылдар түгел, быуаттар үтһә лә, сәсән Сибай кантондың тоҡомо бөтмәгән, Иҫке Сибайҙа әле булһа уның вариҫтары йәшәй. Уларҙың береһе – Сибай сәсәндең бишенсе быуыны вариҫтарының береһе – ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев. Әйткәндәй, ул да бик матур шиғырҙар яҙа.

Сәсән күрке һүҙ булыр

 

Элек-электән халҡыбыҙ үҙенең сәсәндәре менән дан тотҡан. Сәсән һүҙе халыҡҡа ишетелгән, халыҡ сәсән һүҙен дан иткән. Сәсәндәр халыҡ ижады ҡомартҡыларын тыуҙырыусылар ғына түгел, уны үҫтереүселәр, байытыусылар, үҙҙәренең әйткән һүҙҙәре, төрлө ваҡиғаларға сығарған ҡыйыу сығыштары, ҡобайырҙары менән шул хазинаны быуаттар буйы һаҡлап йөрөтөүселәр ҙә булып торған. Һәр ырыуҙың, һәр төбәктең үҙ сәсәндәре булған, улар бергәләшеп йыйын йыйған, үҙ һүҙен әйткән. Һәр сәсәндең үҙ өйрәнсеге, үҙ уҡыусыһы булған, улар араһындағы быуындар бәйләнеше аша халҡымдың күңел, йөрәк менән генә тоя торған көсө, ҡеүәте, рухы тапшырыла килгән.

Һуңғы ваҡытта уҡыусылар ара­һында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәй­геһе үтеүе, райондарҙа сәсәндәр йыйыны, улар араһында конкурс­тар ойошторолоуы, әйтеш жанры­ның ҡайтанан тергеҙелеүе хуплауға лайыҡ. Иҫке Сибай ауылында үткән сәсәндәр йыйынының да төп маҡсаты – халыҡ ижадын популярлаштырыу, сәсәндәр ижадын үҫте­реү һәм таратыу, төбәк сәсәндәрен асыҡлау, һүҙ оҫталарының ижады менән танышыу ине.

Төрлө төбәктәрҙән килгән сәсән­дәр тел, милләт, тыныслыҡ, айыҡ­лыҡ, ғаилә, әҙәп һәм иман темала­рына арналған сығыштарын тәҡдим итте, йөрәк һүҙҙәрен халыҡҡа ет­кер­ҙе. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе­нең милли кейемдәрҙә булыуы, сы­ғыштарҙың милли музыка ҡорал­дары оҙатыуында башҡарылыуы ла сараның бәҫен һәм мәртәбәһен арттырҙы.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың иң олоһо Әбйәлил районы Рыс­ҡужа ауылынан Фатима Һибәтова булды. Ул – Әбйәлил районының “Йәйғор” әҙәби ойошмаһы ағзаһы, сәсәниә һәм шағирә. Үҙе оҙаҡ йылдар ҡәйнә менән бергә татыу йәшәп, әле килене менән күптәргә өлгө булырлыҡ донъя көткән Фатима ханымдың сығышында килен­дәренә дан йырланды, “сит оянан төшкән”дәрҙе үҙ ҡыҙҙарылай итеп ҡабул итергә, уларға терәк һәм яҡлау булырға саҡырҙы. Конкурс­тан тыш Фатима Һибәтова үҙе сығарған мөнәжәтен һәм “Кулак мөһөрө” тигән шиғырын да тама­шасыларға тәҡдим итте. Әбйәлил районында элек-электән сәсәндәр мәктәбе уңышлы эшләй, йыл һайын тигәндәй сәсәндәр бәйгеһе үтеп тора. Хәнифә Әүбәкерова, Гөлнур Мәмлиева, Вәсилә Садиҡова, Мәфтүхә Мусиналарҙы әбйәлилдәр күптән инде үҙҙәренең сәсәндәре тип таный. Был юлы ла Сибай сә­сән йыйынында әбйәлилдәр үҙҙә­ренең сағыу сығыштары менән һоҡ­ландырҙы, берҙәм һәм дәртле, һүҙгә маһир булыуҙарын йәнә бер иҫбатланы. Ҡырҙас ауылынан кил­гән Мәүҙиға Баймөхәмәтованың сығышы заманса яңғырашлы булыуы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыр­тыуы, думбырала үҙе уйнап сығыш яһауы, сәхнәлә үҙен тота белеүе менән баһалама ағзаларын шунда уҡ һоҡландырҙы. Йор һүҙле, төрлө һорауҙарға тапҡыр яуаптары менән бәйгеселәрҙең үҙ-ара әйтешендә лә һынатманы ул. Шулай уҡ Хәмит ауылынан Илсиә апай Ҡасимова, Красная Башкириянан Гөлсәсәк Зәйнуллина менән Асҡарҙан Гөлна­ра Нурғәлиеваларҙың да сығыш­тары матур һәм үҙенсәлекле булды.

Баймаҡтар ҙа сәсәндәр йыйынына ныҡлы әҙерләнеп килгән. Мә­ҫәлән, Таулыҡай ауылынан Мәзү­нә Күсәрбаева ире Урал эшләп бир­гән дөңгөрҙә уйнап, үҙ ҡоба­йырын башҡарҙы. Шулай уҡ үҙенең ижады менән күптәргә таныш булған Таңһылыу Вәлиева (Байым ауылы), Төркмәндән Зилә Ғилма­нова, Сәйғәфәрҙән Фирҙәүес Мыр­ҙабулатовалар ҙа һүҙ бәйгеһенә үҙ ҡобайырҙарын әйтте.

Хәйбулла районынан бөтәһе өс конкурсант сығыш яһаны. Улар ара­һында Илдар Юнысовты төбәк­тә танылған ҡурайсы, өзләүсе, мө­нәжәттәр әйтеүсе һәм сәсән була­раҡ һәр кем яҡшы белә. Ул – Алтай Республикаһында алтай халҡының арҙаҡлы сәсәне Шалбаа Марков­тың тыуыуына 130 йыл тулыу ай­ҡан­лы XVI халыҡ-ара сәсәндәр ҡо­ролтайында беренсе урын яулаусы ла. Шулай уҡ Иҫәнгилде ауылынан Сафия апай Хәләфетдинова ла – Хәйбулла районының билдәле сәсәниәләренең береһе. “Конкурс булыуын белгәс тә, ҡатнашырға теләк белдерҙем. Был ауылда минең ҡоҙағыйым йәшәй, ул да мине дәртләндереп ебәрҙе. Бик көслө ҡатнашыусылар булды, үҙе­мә дәрт һәм илһам алып ҡайтам, сара бик матур ойошторолған”, – ти Хәйбулла ағинәйе.

 

Өмөт һәм ышаныс уятты

 

Ә бына Сибай ҡалаһының йәш сәсәниәләре Фәрҙиә Юнысова, Баязит Ғәйнуллин, Сәриә Ҡотләх­мә­товаларҙың ҡатнашыуы  үҙе бер батырлыҡҡа тиң! Йәштәр үҙҙәренең ҡыйыу аҙымдар менән сәсәндәр мәктәбен тулыландырҙы, йәштәр­ҙең һүҙен халыҡҡа еткерҙе, быуын­дар күсәгилешлеген дауам итеүсе йәш быуындың үҫеп килеүенә өмөт һәм ышаныс уятты. Һәр быуындың үҙ сәсәне, үҙҙәренең әйтер һүҙе бу­лыуын уларҙың ҡатнашыуы күр­һәтһә, быуындан-быуынға күсә кил­гән ауыҙ-тел ижадының өлгөләрен ҡасандыр үҙҙәре өләсәй-әсәй­ҙәренән ишетеп, уларҙың башҡа­рыу оҫталығына өйрәнеп, үҙҙәре­нең сәсән телле булыуҙарын күрһә­тә алыуҙары икеләтә маҡтауға лайыҡ. Әйткәндәй, Баязит Ғәйнул­лин бөгөн Сибай ҡалаһында “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбенә нигеҙ һа­лыусы сәсәниә, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнул­линаның улы. Тимәк, сәсәндәр мәктәбенең быуындар бәйләнеше ныҡлы дауам итә тип әйтергә була.

Бөрйән районы Яңы Усман ауылынан килгән Шәфҡәт Мәжитов төрлө яҡлы таланты менән хайран ҡалдырҙы. Шиғыр, ҡобайыр яҙа, йырлай, гармунда, ҡумыҙҙа оҫта уйнай. Тыуған ауылында мәҙәниәт йорто директоры булараҡ, Яңы Усмандың мәҙәни тормошон гөрләтеп алып бара ул. “Әсәйем яғынан тоҡомом Ғәбит сәсәнгә барып тоташа”, – ти.

“Сибай сәсән йыйыны-2023” конкурсын ойоштороусыларҙың бере­һе, баһалама рәйесе, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Мотал Рәмов әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән “Сибай сәсән йыйыны” тураһында тәҡ­дим йыл башында Сибай ауыл би­ләмәһе башлығы янындағы киңәй­телгән ултырышта ҡабул ителгән.

Йыйынға республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарынан һәм Силәбе өлкәһенән егерменән ашыу сәсән саҡырылды. Тик көндәрҙең буранлап тороуына бәйле бәйгегә егерме кеше генә килә алды. Иң тәүәккәл, тәбиғәт көйһөҙлөктәренән ҡурҡмаған, сәсән һүҙен алғы планға ҡуйған иң-иңдәр ине улар. Ысынлап та, сәсәндәр әйтеше унда ҡатнашҡандар өсөн илһам һәм дәрт биргән сағыу күренеш булды! Бөгөнгө көн проблемалары, халыҡ һәм тел яҙмышы тураһында берәгәйле һүҙҙәрен әйтте тел оҫталары, милләттәштәребеҙҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырҙы.

“Сибай сәсән йыйыны” үҙ маҡсатына тулыһынса иреште, тип әйтә алам. Халҡыбыҙҙың телебеҙҙе, илебеҙҙе, милләтебеҙ киләсәген һаҡлар ул-ҡыҙҙары бар әле!” – ти баһалама рәйесе.

Шулай итеп Иҫке Сибай ауылында тәүге тапҡыр ойошторолған “Сибай сәсән йыйыны-2023” конкурсында өсөнсө урындарға Иҫке Сибайҙан Нәйлә Моталлапова, Сибайҙан Айһылыу Сәләхова менән Сәриә Ҡотләхмәтова лайыҡ булһа, икенсе урынды Әбйәлил районының Хәмит ауылынан Илсиә Ҡасимова, Сибайҙан Фәрҙиә Юнысова яуланы. Беренсе урын Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан Шәфҡәт Мәжитовҡа бирелде. Ә инде төп приз – Сибай сәсән премияһы Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылынан Мәүҙиға Баймөхәмә­товаға тапшырылды.

Сәсәнмен тип кем әйтмәҫ, айыҡмын тип кем әйтмәҫ, тигәндәй, сәсән һүҙен ишеттерерлек сәсән­дәребеҙ, айыҡмын тип әйтер сәләмәт һәм айыҡ тормошто үҙ иткән ғаиләләребеҙ күп булһын, шул сағында йәшәү ҙә матур, ауылдар ҙа айыҡ, киләсәк тә ышаныслы булыр.

- Кәримә Усманова
Баймаҡ районы

Иң оло бәйгесе Фатима Һибәтова.Иң оло бәйгесе Фатима Һибәтова.
Иң оло бәйгесе Фатима Һибәтова.
Беренсе урын алған Бөрйән районы Яңы Усман ауылынан Шәфҡәт Мәжитов.
Беренсе урын алған Бөрйән районы Яңы Усман ауылынан Шәфҡәт Мәжитов.
Читайте нас