

Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – тиҫтәләгән йылдар сәхнәбеҙҙе моңло тауышы менән биҙәгән, йыр сәнғәтен үҙ итеүселәрҙең күңелен яулаған күренекле йырсы, ә хәҙер – Өфө сәнғәт училищеһында, институтында йәш башҡарыусыларға оҫталыҡ һабаҡтары менән уртаҡлашҡан, уларҙың тәүге аҙымдарына дәрт өҫтәгән остаз, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хәмит ҡыҙы ҮҘӘНБАЕВА – юғары профессионаллек кенә түгел, тышҡы матурлыҡ менән эске халәт гармонияһы үрнәге лә. Оҫтаның фиҙакәр хеҙмәте быйыл республиканың оло наградаһы – С. Юлаев ордены, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да сәс нур халҡыңа!” миҙалы менән билдәләнде, ул Мәләүез ҡалаһы һәм районының почетлы гражданы исеменә лә лайыҡ булды.
– Тәнзилә апай, халыҡҡа киң билдәле ижади шәхес булараҡ, һеҙҙең тормош фәлсәфәһе айырыуса ҡыҙыҡһындыра...
– Минең иртәм яңы көндөң тыуыуына Аллаһҡа рәхмәт әйтеүҙән, шөкөр ҡылыуҙан, матур теләктәрҙән башлана, ә кесе йомам – әруахтар рухы шатланһын, тип ҡоштарға хәйер биреүҙән. Өйҙән институтҡа тиклем алыҫ ара түгел, йәйәү атлайым, эстән генә теләктәремде әйтә киләм. Яҡын-тирәләге ҡоштар мине танып та бөткән буғай инде (көлә – авт.), мин әле күстәнәстәремде алмаҫ элек осоп килеп тулалар.
Йыш ҡына күрше апайҙың хәлен белеп сығам. Ул яңғыҙы йәшәгән өлкән кеше, сирләй, шуға ни хәлдә икән, берәй төрлө ярҙам кәрәкмәйме, тип барам. Тәмле ризыҡ бешерһәм, алып инәм, эй күңеле була! Ул шатланғанға үҙем ҡуша ҡыуанам.
Студенттарымды яратам. Шундай йәш, матур, талантлылар. Өйҙә бешеренһәм, уларға ла бәлеш, йыуасамды тотоп киләм – йәш саҡ, организм үҫә, көс-ҡеүәте арта, ул саҡта балаларҙың гел ашағыһы килә бит.
Быларҙы нимәгә һөйләйем? Изгелек эшләү күңелде тынысландыра, гармония арта. Изгелек эшләйем, әммә яуап көтмәйем, был – минең күңел талабы.
Яҡшылыҡ эшләргә ынтылырға кәрәк – иң мөһим тормош фәлсәфәм ошо. Ҡылған изгелегең ҙурмы, бәләкәйме – улай уҡ мөһим түгел. Һәр әҙәм балаһы ҡулынан килгән яҡшылыҡты эшләһә, донъяла уның көсө арта бара, тигән һүҙ.
– Инде байтаҡ йылдар буласаҡ йырсыларға белем бирә, вокал оҫталығына өйрәтәһегеҙ. Сәхнә һағындырамы?
– Сәхнәне йәшлек биҙәй. Олоғайғас, унда сығыш яһап йөрөү бик мөһим түгел, тип иҫәпләйем һәм ваҡытында киттем, тип ҡыуанам. Сәхнәлә рәхәтләнеп йырлап йөрөгәндә үк уҡытырға саҡыра торғандар ине, шуға ла 50 йәшем тулып, ижад кисәһен үткәргәс тә сәнғәт училищеһына уҡытырға киттем, һәм быға һис тә үкенмәйем. Инде 20 йыл йәштәр менән эшләйем, шуның менән бәхетлемен. Башта сәхнәне ныҡ һағындым, хатта төштәремә инер ине. Унда йә сәхнә кейемен таба алмай, йә башҡа нәмәгә ныҡ ҡайғырам икән, тип күрә торғайным.
Филармонияла эшләгәндә лә Өфөнөң Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында уҡытып йөрөнөм. Артабан йыр сәнғәтендә юлын дауам иткән Фәриҙә Ғаззалова, Салауат Мөхәмәтйәров, башҡа бихисап йәш башҡарыусыларға һабаҡ бирҙем. Уҡыусыларым менән ғорурланам, уңыштарында күпмелер өлөшөм булғанға ҡыуанам.
Таныш һуҡмаҡтарҙы көн дә тапайым: сәнғәт училищеһы, институты, филармония – йәшәгән йортом шул яҡта урынлашҡан. Шуғалыр ҙа, күңелемә рәхәт, үҙемде ижади тормоштан айырылған итеп тоймайым.
– Һеҙҙең ижади тормошоғоҙ Башҡорт дәүләт филармонияһына, “Йәдкәр” ансамбленә айырылғыһыҙ бәйләнгән. Күңелегеҙҙә ниндәй хәтирәләр айырыуса ҡәҙерле булып һаҡлана?
– Сәнғәт институтын тамамлағас, Салауат музыка училищеһына саҡырғайнылар. Ауылға ял итергә ҡайттым, икеләнеп йөрөп ятам. Филармонияға барырға булдым. Унда Филүс Гәрәевтең бригадаһына эләктем. Бер аҙҙан Фәтих Ихсанов төркөм ойошторҙо, мине солист итеп саҡырҙы, ризалаштым. Ошонан алып 30 йылға яҡын ғүмерем “Йәдкәр” менән бәйләнде. Исеменән үк күренеүенсә, коллективыбыҙ халыҡ сәнғәте менән бәйле йүнәлештә эшләне. Фәтих ағай халҡыбыҙ мираҫын күҙ ҡараһындай һаҡлаған, өйрәнгән бөйөк кешеләр менән кәңәшләшеп эшләр ине. Беҙгә консультация бирергә Әхмәт Сөләймәнов, Әнүәр Әсфәндиәров, Фәнүзә Нәҙершина, Розалия Солтангәрәева килә торғайны. Иң беренсе программаларыбыҙҙың исемдәрен генә атау ҙа етә – “Аманат”, “Мөхәббәт”, “Тере хәтер – тере һыу”.
Башҡортостаныбыҙ буйлап йөрөгәндә, башта икеләнә инек – халыҡ йырҙарын тыңларға килеүселәр булырмы?.. Халҡыбыҙ милләтебеҙ хазинаһының баһаһын белә ине, беҙҙе күтәреп алды. Программаны шиғыр, йыр, бейеү менән байыта инек. Шөкөр, емешле ижад иттек, сит илдәрҙә лә халҡыбыҙ ижадын күрһәтеүгә өлгәштек.
“Йәдкәр” күп ҙур таланттар өсөн инеш булды – М. Ғәйнетдинов, Ғ. Хәмзин, И. Илбәков, А. Айытҡолов... Сәхнәлә үҙ урынын, үҙ тыңлаусыһын тапҡан В. Рәхмәтуллина, Р. Биктимеровтар ҙа ошонан башланы.
“Йәдкәр” менән тамашасы күңелендә ҡалырлыҡ, уйландырырлыҡ ифрат күп матур программалар әҙерләнек, ҡуйҙыҡ, дәртләнеп ижад иттек. Туған коллективым тураһында күңелемдә иң йылы, ҡәҙерле иҫтәлектәр һаҡлайым.
– Атаҡлы композиторҙар менән ижади хеҙмәттәшлегегеҙ матур-матур йырҙар, нәзәкәтле романстар булып яралған. Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рим Хәсәнов, Роза Сәхәүетдинова, Нур Дауытов, Айрат Ҡобағошовтарҙың бихисап йырҙары тап һеҙҙең башҡарыуҙа тыңлаусылар күңелен яулаған...
– Сәнғәт училищеһында уҡығанда беҙ студенттар янына билдәле композитор Шамил Ҡолбарисов килә торғайны, йырҙарҙы эшкәртеп, айырым башҡарыусыларға номерҙар эшләй ине. 1974 йылда студенттар төркөмө Германияға барып ҡайттыҡ. Заһир ағай Исмәғилев мине концерттарына ала ине, уның “Былбылым”, “Мин яратам һине” һәм башҡа йырҙарын яратып башҡара инем. Хөсәйен Әхмәтов, Рим Хәсәнов менән дә студент йылдарынан хеҙмәттәшлек иттек. Артабан да ысын ижадсылар менән эшләнем, уларҙың береһенән-береһе матур йырҙарын башҡарырға яҙҙы, шуға яҙмышыма рәхмәт, тием.
– Һеҙҙең тауышҡа эстрада йырҙары ла, халыҡ ижады ынйылары ла берҙәй буйһона, айырым бер хис, нәзәкәтлелек менән яңғырай. Үҙегеҙ ниндәйҙер төргә өҫтөнлөк бирәһегеҙме?
– Тауыштың бөтә мөмкинлектәрен асыр, уны үҫтерер өсөн, беҙҙең халыҡ йырҙарын башҡара белергә кәрәк. Башҡорт халыҡ йыры ул шундай ҡатмарлы ла, камил да ижад үрнәге! Уны башҡара алды икән, башҡа төр йырҙар ауырлыҡ тыуҙырмай, тигән һүҙ. Халҡыбыҙҙың “Зөлхизә”, “Буранбай” йырҙарын хатта Италияның консерваторияларында студенттарға өйрәтәләр! Үҙемә килгәндә, халыҡ йырҙары, әлбиттә, күңелемә яҡыныраҡ.
– Тәнзилә апай, башҡорт милли йыр сәнғәтен һаҡлаусы һәм үҫтереүселәрҙең береһе булараҡ, хәҙерге эстрадабыҙҙы нисек баһалайһығыҙ?
– Эстрадабыҙҙа күңелгә ятмаған нәмәләр булһа ла, талантлы, бер үк ваҡытта сәхнәгә, тыңлаусыларға һаҡсыл ҡарашта булған артистарҙың да барлығы тынысландыра. Халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бар, быныһы ла ҡыуаныслы. Тимәк, йыр сәнғәтебеҙҙең киләсәге өмөтлө.
– Быйыл һеҙҙең юбилей кисәһе гөрләп үтте, тыуған яҡтарығыҙҙа башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың һеҙҙең исем менән бәйле асыҡ район конкурсы ла күп ҡатнашыусылар йыйҙы.
– Эйе, ҡолас киреп эшләгән яратҡан филармониямда үткән юбилей кисәһе минең өсөн бик иҫтәлекле булды, сөнки унда уҡыусыларым ҡатнашты. Тамашасыларҙың уларҙы дәррәү алҡышлауы күңелдә кинәнес, ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Мәртәбәле наградалар менән бергә республикабыҙ Башлығы Р. Хәбиров исеменән ҡотлау һүҙҙәрен ишетеү, Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын алыу ҡыуандырҙы.
Мәләүездә үткән асыҡ йыр конкурсында 52 башҡарыусы ҡатнашты. Улар республиканың төрлө тарафтарынан килгәйне. Башҡорт халыҡ, эстрада йырҙарын башҡарып ишеттерҙеләр. Конкурстың кимәле йылдан-йыл күтәрелә, ҡатнашыусылар һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарына иғтибар итә, башҡарыу оҫталығы ла арта – шуныһы ҡыуандырмай ҡалмай. Киләсәктә конкурс республика статусында үткәрелер, тигән өмөт бар.
Яҡташтарыма матур сара үткәргәндәре, ҙурлағандары өсөн оло рәхмәтемде еткергем килә. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновтың Рәхмәт хатын тапшырҙылар, ҡала хакимиәте башлығы Азамат Хәсәновтың бүләк сертификатын алып ҡыуандым.
– Йәш йырсыларға ниндәй иң мөһим кәңәштәрегеҙҙе бирер инегеҙ?
– Сәхнәгә сыҡҡан йырсыларға иң беренсе репертуарға ныҡ иғтибар бирергә кәңәш итер инем. Унда халыҡ йырҙары ла урын алһын. Йыр һүҙҙәре килделе-киттеле булмаһын, уларҙы ысын шағирҙар яҙып бирһен ине. Йырҙың һүҙҙәрен яҙған автор, көйөн ижад иткән композитор, уны йырлап ишеттергән йырсы – ошо өс кеше бер булып эшләгәндә генә күңелдәргә ауаздаш булыр, йырланып йөрөр, һаҡланып ҡалыр матур сәнғәт өлгөләре тыуа – шуны күҙ уңынан ысҡындырмаһалар ине.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт һеҙгә, Тәнзилә апай! Оҙон-оҙаҡ йылдарға етерлек ижад ҡомары, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА