Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында күкрәккә таға торған биҙәүестәрҙең береһе “Яға” эшләү технологияһына арналған семинар үткән. Семинар эшендә Учалы районы "Музей берекмәһе" директоры Әлиә Урал ҡыҙы Дәминова ҡатнашҡан. Ул музей фондында һаҡланған түшелдеректәр хаҡында һөйләгән. “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Сәғит ҡыҙы традицияларҙы тергеҙеү, атап әйткәндә, традицион түш биҙәүестәре эшләү буйынса эштең мөһимлеген билдәләне. Семинарҙы этнограф, "Башҡорт биҙәнеү әйберҙәре" китабы авторы Азат Салауат улы Ғарипов алып барҙы. Ул, үҙ сиратында, был төр биҙәүесте әҙерләү технологияһы тураһында һөйләне. Нәйрә Ғиләжева, Рәүфә Ғиләжева, Дилбәр Әхмәҙиева, Миләүшә,Ҡадирова һәм Элеонора Исхаҡова үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Мәрйен, мәрүәт, камбуз һ. б. кеүек традицион материалдарға айырым иғтибар бүленә.
Этнограф, "Башҡорт биҙәнеү әйберҙәре" китабының авторы Азат Ғарипов: “Учалы районы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйбере булған “яға”ны тергеҙеү эшенең торошон барлау, оҫталарҙың иғтибарынан ситтә ҡалған үҙенсәлектәрҙе күрһәтеү был семинарҙың төп маҡсаты ине. Боронғоса нигеҙенә тула баҫып, ысын мәрйен, мәрүәт, ҡурғаш һ. б. ҡулланып яға тегеүселәр саҡырылды. Улар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашып үтте. Һуңғы ваҡытта боронғоға яҡыныраҡ булһырлыҡ итеп эшләргә теләүселәрҙең һаны арта. Уларға өҫтәлмә мәғлүмәт биреп торорға кәрәк. Эш барышында барлыҡҡа килгән һорауҙарҙы хәл итеү өсөн йыйылып торорға тырышалар. Мин уларға тарихи мәғлүмәт йәһәтенән ярҙам итәм. Үҙемдең мөмкинселектәрҙән сығып эш алып барам. Китаптың дауамы өҫтөндә эшләйем. Әлбиттә, боронғо яға, һаҡал һәм башҡа төр биҙәнеү әйберҙәренең боронғо өлгөләрен табыуы ауыр. Шуның менән бергә әлеге ваҡытта “Учалы районында сарыҡ тегеү традицияһы” исемле методик ҡулланма өҫтөндә эшләйем. Ул да мөһим эш. Шундайыраҡ хеҙмәттәр етмәй”.
Фото: vk.com/museum_uchaly