Бөтә яңылыҡтар

Һылыу ҙа һуң Көҙәй ҡыҙҙары!

Улар – данлы Салауатыбыҙ вариҫтары.

Нуриман районының Иҫке Күл ауылы мәҙәниәт йортонда башҡорт ҡыҙҙарының “Көҙәй һылыуы-2023” гүзәллек бәйгеһе үтте. Сара “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы ойошторолдо. Бәйгелә Нуриман, Иглин һәм Белорет райондарынан ете ҡыҙ ҡатнашты.

 Билдәле булыуынса, бө­гөн Көҙәй ырыуы вәкилдәре Салауат, Нуриман, Иглин, Благовещен һәм Белорет райондарында йәшәй. Хал­ҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаев та – ошо ырыу вәкиле. Үкенескә ҡаршы, һа­уа шарттарына бәйле быйыл Салауат районы конкурсанты бәйгелә ҡатнаша алманы.

Ҡыҙҙар иң тәүҙә үҙҙәре менән таныштырҙы, артабан башҡорт бейеүендә, нәфис һүҙ һөйләүҙә оҫталығын күрһәтте. Был ярыш төрҙәре бик үҙенсәлекле итеп уйлан­ған ине. Мәҫәлән, һәр бәйгесе үҙенә тәғәйен яңғыраған башҡортса көйгә шунда уҡ импровизация рәүешендә бейеп күрһәтергә тейеш булды. Ә инде нәфис һүҙгә маһир­лыҡ алдан билдәле булмаған шиғырҙарҙы уҡыу оҫталығы буйынса тикшерелде. Конкурсанттар Көҙәй ырыуы тарихына, уның данлыҡлы шә­хестәренә, тыуған төйәккә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Фойела уларҙың ҡул эштәренән бай күргәҙмә ойошторолдо. Бында ла Кө­ҙәй ҡыҙҙарының маһирлығы, аш-һыуға оҫталығы тулы кимәлдә сағылыш тапты.

Гран-приға Нуриман райо­ны һылыуы Айзилә Саҙ­риева лайыҡ булды. Ул – Иҫке Күл мәктәбенең XI класс уҡыу­сыһы. Артабанғы урындарҙы Иглин районынан Ализа Һө­йәрғолова, Нуримандан Ал­һыу Ғәниева һәм тағы бер Иглин ҡыҙы Сабина Дәүләт­шина бүлеште.

– Конкурс бик юғары ки­мәл­дә үтте. Ҡыҙҙар белеме, ҡул эштәренә оҫталығы, йыр-бейеүгә маһирлығы менән һоҡландырҙы. Барыһының да башҡортса таҙа һөйлә­шеүен, телмәр байлығын, үҙ ырыуының тарихын, шәжәрә­һен белеүен билдәләп үткем килә, – тине баһалама ағзаһы – шағирә, “Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәре Айгөл Ғәбитова.

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Нуриман районы

Читайте нас: