Бөтә яңылыҡтар

Артистың өҫтөнә декорация ҡолаған...

Кисә Өфөнөң Башҡорт опера һәм балет театрында күңелһеҙ ваҡиға теркәлгән

Артистың өҫтөнә декорация ҡолаған...
Артистың өҫтөнә декорация ҡолаған...

Кисә Өфөнөң Башҡорт опера һәм балет театрында күңелһеҙ ваҡиға теркәлгән. "Кескәй принцессалар балы" сиктәрендә күрһәтелгән "Осоусы карап" спектакле барышында хор солисына декорация конструкцияһы ҡолаған. Сараға 6-12 йәшлек сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән "бәләкәй принцессалар" һәм мобилизацияланған яугирҙәрҙең балалары саҡырылған.

Зыян күреүсе тиҙ арала дауаханаға оҙатылған.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, зыян күреүсенең хәле дауаханаға ингәндә уртаса ауырлыҡта тип баһаланған. Тейешле ярҙам күрһәтелгәндән һуң  артисты өйөнә ҡайтарғандар.

Шуныһы аптырашта ҡалдырған: 1000-дән ашыу кеше эшләгән театрҙа медпункт һәм хатта ябай медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге лә булмаған. Ярай әле йырсы ауыр тән йәрәхәттәре алмаған.

Фото һәм сығанаҡ: ufa.aif.ru 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: