Бөтә яңылыҡтар

"Һеҙ хатта күҙ алдына килтерә алмайһығыҙ!.."

Кисә Беренсе каналда барған “Тауыш” тапшырыуын ҡаранығыҙмы?

"Һеҙ хатта күҙ алдына килтерә алмайһығыҙ!.."
"Һеҙ хатта күҙ алдына килтерә алмайһығыҙ!.."

Беренсе каналда барған “Тауыш” тапшырыуының сираттағы 11-се миҙгеле бигерәк үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс, сөнки унда сығыш яһаған яҡташтарыбыҙ моңло тауышы менән һоҡланыу уята.

10 марттағы тапшырыуҙа Өфөнән Гөлнара Байғужина йырланы. Сәхнәгә гитара тотоп сыҡҡан 21 йәшлек ҡыҙ йырлай башлағас уҡ Баста боролдо, артабан – Полина Гагарина, һуңғараҡ - Владимир Пресняков һәм Антон Беляев. Тик Полина Гагарина бөгөн Владимир Пресняковты “блокировкаланы”. Сираттағы миҙгелдә тап ошондай шарт индерелгәйне, йәғни “көнәркәшсе”ңде конкурсантты үҙенә һайлау хоҡуғынан “мәхрүм итәһең”.

“Һеҙ хатта күҙ алдына килтерә алмайһығыҙ! Нисә тапҡыр был минең төшөмә инде!” – тине яҡташыбыҙ сығышынан һуң. “Үҙегеҙ уйлап сығарҙығыҙмы? Нисек шулай яңғырай? Матур килеп сыҡты”, - тип үҙ хис-тойғоһо менән бүлеште Антон Беляев. Аҙаҡ Гөлнара тап уның командаһын һайланы һәм быны ул йырсының оранжировкаларының оҡшауы, йырҙар яҙыуының һоҡландырыуы тураһында белдерҙе.

Әйткәндәй, Гөлнара Байғужина “Пицца” төркөмөнөң “Романс” йырын башҡарҙы. Был йыл 2016  йылда төркөмдөң “Zavtra” альбомына индерелгән. Был клипҡа төшөрөлгән видео “Муз-ТВ” каналының “Йылдың иң яҡшы ир-егеттәр видеоһы” премияһына номинацияланғайны.

Тапшырыуҙа Гөлнара әсәһенең матур йырлауы, атаһының баянда шәп уйнауы һәм тап уларҙың сәнғәт донъяһына һөйөү уятыуы, үҙенең филология факультетының VI  курсында белем алыуы хаҡында һөйләне. Ҡыҙҙың яҡындары үҙе менән бергә республикабыҙ флагтарын тотоуы үҙе бер һоҡланғыс күренешкә әйләнде.

Әйткәндәй, үткән аҙнала тағы бер яҡташыбыҙ – Стәрлетамаҡтан Эльмира Диваева – этапҡа үткәйне. Ул Владимир Пресняков командаһын һайланы.

Хөрмәтле дуҫтар, Беренсе каналдың “Тауыш” тапшырыуында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйек.

Фото: 1tv.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: