Силәбелә 9 мартта Өфөнөң "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле концерты үтте. Артистар үҙҙәренең репертуарынан халыҡ мәҙәниәтенең төрлөлөгөн сағылдырған иң яҡшы номерҙар тәҡдим итте.
"Концерт ысын байрамға әүерелде, бик күп ыңғай эмоциялар бүләк итте. Беҙ башҡорт халҡының рухи мираҫын бейеүҙәр һәм йырҙар теле аша тапшырыусы ысын сәнғәттең шаһиты булдыҡ. Шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте менән таныштыҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров булышлығында Өфөнән билдәле "Мираҫ" ансамбленең күп яҡлы ижадын башҡорт халҡы тупланып йәшәгән төбәктәрҙә тамашасылар ҡарай аласаҡ", - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранты ярҙамында менән 9-17 мартта коллективтың Екатеринбургта, Ҡурғанда, Пермдә, Ҡазанда һәм Ырымбурҙа сығыш яһауы планлаштырылған.
Фотолар: vk.com/miras.ensemble