Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ижадына, үҙенә ғашиҡ булған гүзәл заттар бихисап, әммә ул бер тапҡыр ғына өйләнеп, тормош иптәше Зилә менән иңгә-иң терәп, тормош юлын үтә. ufa.aif.ru журналисы әңгәмә ваҡытында: “Һеҙҙең эргәлә һәр ваҡыт табыныусыларығыҙ күп. Был ғаиләлә ыҙғыш-талашҡа сәбәп булманымы?” – тип һораған.
— Иренең артист булыуын, ошоға бәйле бөтә хәлдәрҙе, шул иҫәптән табыныусыларҙы ла ҡабул итергә түҙемлеге лә, аҡылы ла етә Зиләнең. Әлбиттә, көсөргәнешле мәлдәр ҙә булды: стационар телефондар дәүерендә миңә йыш ҡына өйгә шылтыраттылар, етмәһә, төндә лә. Был икебеҙҙе лә сығырҙан-сығара ине. Бөгөн дә ҡайһы берҙә ватсап, смс хәбәрҙәр тулҡыны көсөргәнеш тыуҙыра...
Бәхеткә күрә, Зилә аңлай: әгәр быны ҡабул итмәһә, беҙгә ташлашырға тура киләсәк, юғиһә тормош бармаясаҡ. Сәхнә (Зиләнең тауышы матур) менән ғаиләһе араһында үҙен балаларға бағышлап, уларҙы һайлағаны өсөн уға рәхмәтлемен. Ә минең фанаттарым 30 йылдан ашыу ваҡытта "өлкәнәйҙе". Ҡайһы саҡта райондарға сыҡҡанда ярайһы уҡ олпат йәштәге ханымдар килеп: "Айҙар абый, беҙ һинең йырҙарыңда үҫтек!" – ти. Шундай минуттарҙа үҙемде мамонт итеп тоям, – тип яуап биргән.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/aidar.galimov