Бөтә яңылыҡтар

Яратҡан актерыбыҙға - мәртәбәле премия

Ул биш йылға бер тапҡыр ғына тапшырыла.

Яратҡан актерыбыҙға - мәртәбәле премия
Яратҡан актерыбыҙға - мәртәбәле премия

“Театрыбыҙ актеры Әбйәлил Үтәбаев - Булат Имашев исемендәге премия лауреаты! Яңы үрҙәр, һүнмәҫ алҡыштар һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!” – тигән яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективы.

Премияны тапшырыу тантанаһы Бишбүләк мәҙәниәт һарайында үткән.

Булат Имашев исемендәге премия күренекле актер, режиссер, уҡытыусы иҫтәлегенә булдырылған, театр сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы таныу билдәһе булып тора һәм биш йылға бер тапҡыр тапшырыла.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/nmtrb

Яратҡан актерыбыҙға - мәртәбәле премия
Яратҡан актерыбыҙға - мәртәбәле премия
Яратҡан актерыбыҙға - мәртәбәле премия
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в