Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә - Фёдор Шаляпиндың ижадын өйрәнеүселәр

Төбәк-ара Шаляпин үҙәге ағзалары – Мәскәү консерваторияһы профессоры Николай Кузнецов һәм “Шаляпин/О'Нил” спектакле авторы Әминә Жаман килә.

Өфөлә - Фёдор Шаляпиндың ижадын өйрәнеүселәр
Өфөлә - Фёдор Шаляпиндың ижадын өйрәнеүселәр

23–25 мартта Өфөгә атаҡлы опера йырсыһы Ф. Шаляпиндың ижадын өйрәнеүселәр, Төбәк-ара Шаляпин үҙәге ағзалары – Мәскәү консерваторияһы профессоры Николай Кузнецов һәм “Шаляпин/О'Нил” спектакле авторы Әминә Жаман килә. Улар бер нисә мәҙәни сарала ҡатнашасаҡ.

23 мартта Ә. Жаман Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музейына XX быуаттың күренекле бейеүсеһе, Өфө ҡалаһы вәкиле Рудольф Нуриевтең сит ил афишаларынан  күсермәләр тапшырасаҡ.

Икенсе көндө, 24 мартта, ҡунаҡтар Ф.И. Шаляпинға һәм С.В. Рахманиновҡа арналған "Бөйөк кешеләрҙең бөйөк дуҫлығы" тигән халыҡ-ара конференцияла сығыш яһай. 25 мартта Өфө дәүләт сәнғәт институтының Бәләкәй залында Н. Кузнецов вокалсылар һәм педагогтарға үҙенсәлекле оҫталыҡ дәресе бирә, ул бөйөк йырсының актер оҫталығына арнала.

Шул уҡ көндә Милли музейҙа, “Шаляпин Өфөлә. Бөйөк дебют тарихы” күргәҙмәһенә ярашлы, Ә. Жаман менән ижади осрашыу көтөлә. Ҡатнашыусылар Ф. Шаляпиндың сит илдәге ижады, күренекле артистар, режиссерҙар, импресариолар  менән дуҫлығы тураһында тыңлай ала. Атаҡлы йырсының ижадын яратыусылар 20-се быуаттың беренсе сирегендәге Бродвей мөхитен күҙ алдына килтерә, “Шаляпин/О’Нил” комедия-опера спектакленән видеоөҙөк ҡарай ала.

Мәғлүмәт, фото: culture.bashkortostan.ru

Өфөлә - Фёдор Шаляпиндың ижадын өйрәнеүселәр
Өфөлә - Фёдор Шаляпиндың ижадын өйрәнеүселәр
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: