Өфөлә “Муха” студияһы “Төньяҡ амурҙары” йәнһүрәте өҫтөндә эште тамамланы.
Әлегә ул экрандарға сыҡмаған, ләкин тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмаҡсы. Кисә “Муха” студияһы продюсеры Артур Абдрахманов журналистар менән осрашыу барышында был йәнһүрәтте эшләү тарихы тураһында һөйләне.
Уны булдырыуға яҡынса ике-ике йыл ярым ваҡыт киткән, эштең тығыҙ мәлендә унда хатта 70-кә тиклем кеше йәлеп ителгән. Йәнһүрәткә тауыш яҙҙырыуҙа байтаҡ билдәле артистар ҙа ҡатнашҡан. “Төньяҡ амурҙары”н әле рус һәм башҡорт телдәрендә ҡарарға булһа, киләсәктә ҡытай телендә лә күрһәтеү планы бар.
Журналистар “Муха” студияһы буйлап йөрөп йәнһүрәтте эшләү этаптары менән танышты. Шулай уҡ уларға был картинаны күреү бәхете тейҙе.
Автор фотолары.