Бөтә яңылыҡтар

“АРТ-Ҡоролтай”ҙа китапханалар форумы ойошторола

Ул – форумдағы төп эш майҙансыҡтарының береһе.

Бөгөн Өфөлә III “АРТ-Ҡоролтай” башланды. Ул мәҙәниәт өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса фекер алышыу, һөнәри яҡтан үҫеү, ижади төркөмдәргә үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, ижади тәжрибәләр үткәреү өсөн яҡшы майҙанға әйләнде. Быйылғы йыйын Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланып, тәрбиә өлкәһендәге мәсьәләләр, шулай уҡ мәҙәниәт тармағында ирекмәнлек хәрәкәте, иң яҡшы инклюзив проекттар буйынса һөйләшеүҙе лә эсенә ала.

АРТ-Ҡоролтай барышында беренсе тапҡыр китапханаларҙың республика форумын үткәреү ҙә ҡаралған. Ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында шәмбе көнө, 18 мартта үтә.

Китапхана эше менән шөғөлләнеү­селәр, ҡыҙыҡһыныусылар форумды PRO.Культура.РФ платформаһында youtube.com/live/ANKoIuCgBxA?feature=share һылтанмаһы буйынса инеп, тура эфирҙа ҡарай ала.

- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас: