Бөтә яңылыҡтар

“АРТылышФЕСТ” саҡыра

Мәҙәниәт министрлығы сәнғәт, ижад һөйөүселәргә матур яңылыҡ еткерә: республикала “АРТылышФест” театрҙар фестивале быйыл да уҙғарыла. Ул 19 мартта башланып, 27-һенә, Театрҙар көнөнә ҡәҙәр дауам итә.

Мәҙәниәт министрлығы ойошторған был мәҙәни сарала Башҡортостандың алдынғы театр коллективтарының иң яҡшы әҫәрҙәре ҡуйыла. Форумды Өфөнөң, Стәрлетамаҡтың, Са­лауат­тың, Сибайҙың, Туймазының 11 профессиональ коллективы биҙәй.

Туғыҙ көн буйы баш ҡалабыҙҙың иң мөһим мәҙәни майҙансыҡтарында театр сәнғәтен яратыусылар йыйыла ала. Тамашасыларҙың береһе лә ситтә ҡалмаҫ – бында балаларға ла, үҫмерҙәргә, йәштәргә лә, өлкәндәргә лә үҙ итеп ҡарарлыҡ сәхнә әҫәре табылыр, сөнки программала йәмғеһе ун өс спектакль күрһәтеү ҡаралған.

Шуныһын әйтеп китергә кәрәк: фестиваль “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ярашлы үткәрелгән театр ун көнлөктәренән инеш ала. Проектта ҡатнашыусылар спектаклдәрен республикабыҙҙың баш ҡалаһына алып килеп ҡуя, шуға ла быны үҙенә күрә ижади смотр тип тә атарға мөмкин.

Жанрҙар төрлө: бында трагикомедия ла, драма ла, мелодрама ла, комедия ла, тылсымлы әкиәт тә бар. Тимәк, ысынлап та һәр тамашасы үҙ зауығына тура килгәнен һайлап ҡарау мөмкинлегенә эйә.

- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас: