Бөтә яңылыҡтар

Лилиә Рәсүлева: “Бәхетте тойорға кәрәк…”

Күңел офоҡтары киң уның.

Л. Рәсүлеваның шәхси архивынан.
Фото:Л. Рәсүлеваның шәхси архивынан.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле йырсы Лилиә Рәсүлева – бәрәкәтле Баймаҡ еренең йөҙҙәрсә таланттарының береһе. Яҡындары һәм дуҫтары уны ябай, алсаҡ, киң күңелле кеше булараҡ билдәләй. Тамашасыһы ла ошо сифаттары өсөн хөрмәт итә.

 

– Лилиә, әңгәмәне һинең менән яҡын­дан танышыуҙан башлайыҡ. Бала саҡ тиһәк, ниндәй күренештәр иҫеңә төшә?

– Бала сағым Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында үтте. Бәләкәй саҡта апайҙарым менән ҡайын урманына еләккә, Шәйнәк тигән урынға ҡыр сейәһенә йөрөй торғайныҡ. Туғандарым, өләсәй менән бесән эшләү, хуш еҫле яңы сабылған бесән тейәлгән арбала салҡан ятып ҡайтыу, мотоцикл менән Байҡара күленә барып, суртан тотоу – барыһы ла иҫемдә. Уйҙарым менән бала саҡҡа, тыуған ауылымда үткән бәхетле көндәргә йыш ҡайтып урайым.

 

– Ниндәй ғаиләлә, мөхиттә тәрбиә алдығыҙ?

– Атайым сығышы менән Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан, әсәйем – Ишмырҙанан. Әсәйем Нәзирә Ҡотлоғужа ҡыҙы талантлы Йәнбәковтар нәҫеленән. Ҡартатайым Ҡотлоғужа Сафуан улы тирә-яҡта танылған йырсы, оҫта ҡурайсы була. Хатта Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа ҡурай серҙәрен өйрәтә. Был хаҡта ауылыбыҙҙа ҡуйған концерт барышында Ишмулла олатай үҙе лә һөйләне, ҡартатайымды маҡтап, оло хөрмәт менән телгә алды.

Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Әсғәт Йәнбәков – Башҡортостандың халыҡ артисы. Ул Сибай, Стәрлетамаҡ драма театрҙарында эшләп, бик матур образдар тыуҙырҙы. Ҡустым Арыҫлан Йәнбәков М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында режиссер, актер булды. Үкенескә ҡаршы, талантлы туғанымдың ғүмере бик иртә өҙөлдө. Ишморат ағайым Йәнбәков ҡурай буйынса бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Миңә бирелгән тәрбиәлә өләсәйемдең роле ҙур булды. Мәвсүфә өләсәйем 85 йәшендә мәрхүмә булды. Биш намаҙын ҡалдырманы, иманлы, йор һүҙле, ихлас кеше ине. “Ла-ла, ла-лаа”, тип йырлап йөрөһәм, “Ҡыҙым, Ал-ла, Ал-ла тип йырла, сауап булыр”, ти торғайны. Талапсан да, изге күңелле лә ине. Минең баламды – бүләһен ҡулына алып, доғалар уҡып, фатиха бирергә өлгөрҙө.

Бик матур ғаиләлә ике ҡыҙ үҫтек. Мин – өлкәне, ә төпсөгөбөҙ – Айгөл һеңлем. Ул – минең иң яҡын дуҫым, әхирәтем, серҙәшем. Айгөлөбөҙ атайыма оҡшаған: етди, төплө фекерле, талапсан. Йырларға яратһа ла, сәнғәт юлын һайламаны. Әлеге көндә Өфөлә йәшәй, табибә булып, үҙ һөнәрен яратып башҡара. Һеңлем менән йыш осрашып, аралашып торабыҙ. Ике генә бөртөкбөҙ бит, шуғалыр ҙа бер-беребеҙгә ныҡ яҡынбыҙ.

– Сәнғәт өлкәһенә илткән юл ҡайҙан, нисек башланды?

– Әсәйем махсус музыка мәктәбенә алып барҙы. Скрипка, фортепиано буйынса уҡыным, сольфеджио серҙәренә төшөндөм. Кескәй сағымдан йыр-моң яраттым. Быға әсәйемдең дә матур итеп йырлауы, бейеүе тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Ул миндә башҡорт халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләне. Әммә XI кластан һуң бөтөнләй икенсе йүнәлеште һайланым – БДУ-ның география факультетына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамланым. Студент йылдарында университеттың “Йәншишмә” ансамблендә сығыш яһап йөрөнөм һәм шул ваҡытта мине сәнғәт донъяһының үҙенә тартыуын аңланым. Шуға күрә БДУ-нан һуң Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын, унан Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланым.

 

– Йыр һайлағанда нимәләргә өҫтөнлөк бирәһең? Нисек йырҙарҙы һайлайһығыҙ?

– Романтик стилдәге йырҙарҙы яратам. Һүҙҙәре мәғәнәле, көйө күңелгә ятышлы, халыҡсан булырға тейеш. Заманса ритмдар ҙа күңелгә яҡын, ғөмүмән, төрлө жанрҙарҙы үҙ итәм. 2019 йылда “Торатау” конгресс-холында үткән айырым концертымда халыҡ йырҙары һәм оперетта жанры эстрада менән берлектә яңғыраны.

 

– Халыҡ йырҙарын яратып башҡарыу ҡайҙан килә?

– Әсәйем халыҡ йырҙарын яратып башҡарҙы. “Ғилмияза”, “Таштуғай”ҙы унан өйрәндем. “Сыңрау торна”ның бер варианты булған “Күл буйы” йырын да яратып башҡарам. Уны ниндәйҙер кимәлдә визит карточкам тип тә әйтә алам, был йырға клип та төшөрөлдө. Студент йылдарында халыҡ йырҙарына ҡарата оло һөйөү уятҡан, уларҙы дөрөҫ башҡарырға өйрәткән Флүрә Килдейәроваға рәхмәт. Ул концерттарға әҙерләнгәндә, гастролдәр ваҡытында саҡ ҡына буш ваҡыт булһа, халыҡ йыры өйрәтә торғайны.

 

– Тормош иптәшегеҙ ижадығыҙҙы баһалаймы? Балаларығыҙҙа сәнғәткә тартылыу бармы? 

– Тормош юлдашым Рөстәм – ижадымда иң ҙур ярҙамсым. Ул – минең продюсерым. Айырым концертымды ла тап Рөстәмдең ярҙамы менән ойоштора алдым. Улыбыҙ Айҙар менән ҡыҙыбыҙ Зарема – студенттар. Улымдың йырға ла, актерлыҡҡа ла һәләте бар, мәктәп йылдарында сәхнәлә йыш сығыш яһаны, әле кулинария буйынса белем ала. Ә Зарема ҡыҙыбыҙ дизайнер һөнәрен һайланы, эпоксид ыҫмаланан ныҡ матур һауыт-һаба, сәғәттәр, сувенирҙар эшләй.

 

– Йырсы булараҡ, һеҙҙе бөгөнгө сәнғәт донъяһында нимә борсой?

– Талантһыҙҙар аҡса түләп үҙен күтәрә, ә талантлы, айырыуса тәрбиәле, баҫалҡы кешеләр артта ҡалыуы мөмкин. Шул турала йыш уйланам…

 

– Оҙаҡ йылдар Рәмил Сурағолов менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ. Ошо хаҡта ла һөйләп үтегеҙ әле…

– Эйе, Рәмил Сурағоловтың йырҙары тәрән мәғәнәле, фәлсәфәүи, моңло. Рәмил ағай менән байтаҡ йырҙар яҙҙырҙым, уларға матур йөкмәткеле клиптар төшөрҙөк. Был эштә, алдараҡ әйтеп үтеүемсә, тормош иптәшем дә ярҙам итә.  “Бер ултырыу – бер ғүмер” йырына клипты Рөстәмдең тыуған көнөндә Рсай ауылында эшләнек. “Ғаиләм” клибы ла бик уңышлы килеп сыҡты. Рәмил ағайҙың башҡа йырҙарынан Вилмир Әүбәкиров менән яҙҙырған “Башҡорт булып ҡалайыҡ” дуэтын (Артур Туҡтағолов көйө), Марсель Ҡотоев менән эшләгән “Халҡым, һиңә ниҙәр булған” йырын  (И. Шәрипов көйө), “Хоҙай бүләге”н (Илшат Абдрахманов көйө) билдәләп үтер инем. Уларҙың клиптары ла сағыу, матур булды.

 

– Һеҙ музыка мәктәбендә лә эшләй­һегеҙ. Балалар менән эшләү ауырмы?

– Балалар менән эшләү бер яҡтан, күңелле лә, яуаплы ла, икенсе яҡтан, ауыр ҙа. Күңелле, сөнки малайҙар, ҡыҙҙар менән сәнғәт, йыр донъяһына сумаһың, уларҙан илһам, дәрт алаһың. Балаларҙың эскерһеҙлеге, күңел сафлығы, ихлас шатлана белеүе һоҡландыра, тормош ҡәҙерен аңларға өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта был – бик яуаплы хеҙмәт, сөнки бала тауышын боҙорға ярамай. Ул матур яңғыраһын өсөн тембр, дөрөҫ яңғыраш табыу мөһим.

 

– Һеҙҙең өсөн нимә ул бәхет?

– Бәхет – ул үҙ-үҙең менән, донъя менән гармонияла йәшәү, һәр яңы көнгә һоҡланыу, булғанына шөкөр итеү, ҡыуаныу. Миңә дөрөҫ тәрбиә биргәне өсөн атайым менән әсәйемә рәхмәт. Тормош юлдашым Рөстәм – ярҙамсым, кәңәшсем. Хоҙай биргән бүләгем – балаларым бар. Бер туған һеңлем – серҙәшем дә, әхирәтем дә. Аллаға шөкөр, яратҡан эшем, шөғөлөм бар. Ошолар тураһында уйлайым да, үҙемде бәхетлемен тием. Бәхет – ул ниндәйҙер аныҡ әйбер түгел, уны тойорға кәрәк, минеңсә.

Сәйәхәт итергә яратам. Тыуған республикабыҙмы, Рәсәй төбәктәреме, сит илме – ашҡынып юлға сығам. Бығаса күрмәгән ерҙәр күңел офоҡтарын киңәйтә, йәшәүгә яңы һулыш бирә.

 

– Гәзит уҡыусыларға теләктәрегеҙ?

– Бәләкәй сағымдан беҙҙең ғаилә “Башҡортостан” гәзитен алдырҙы. Атай-әсәйгә эйәреп, беҙ ҙә уҡып үҫтек. Әле лә бик уҡымлы баҫма булып ҡала. “Башҡортостан”ды уҡыусыларға иң изге теләктәремде юллайым: донъяла тыныслыҡ, ғаиләләрҙә именлек булһын! Барығыҙға ла һаулыҡ, бәрәкәтле, бәхетле ғүмер теләйем.

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: