Лена Алсынбаева Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауыл мәҙәниәт йорто мөдире. Лена Риф ҡыҙын 1993 йылдың 21 ғинуарында Ишбирҙе ауылы мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп саҡыралар. 1994 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт техникумына ситтән тороп уҡырға инә. Уңышлы уҡып ҡулына "Мәҙәни сараларҙы ойоштороусы режиссер” дипломы ала. Биш йыл эшләгәндән һуң 1998 йылда, Сәйғәфәр ауылына тормошҡа сығыу сәбәпле Сәйғәфәр ауыл клубына клуб мөдире итеп күсерелә. Әлеге көндә мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәненә 30 йыл, шуның 25 йылы Сәйғәфәр ауылында эшләп йөрөй. Бик күп коллективтар ойоштороуға өлгәшә. Уңышлы эшләп килгән "Хазина" фольклор төркөмө, "Өмөтлө" вокаль ансамбле, "Тамсылар" балалар театры, "Инеш" ололар театрының етәксеһе лә. Төрлө республика, район күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Абруйлы мәҙәниәт хеҙмәткәре тормош иптәше Миннегәле Илһам улы менән матур заманса йортта, өс балаға ғүмер биреп, мал тыуар, ҡош ҡорт үҫтереп донъя көтәләр.
Фотолар: vk.com/public186535380