Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙым-ҡыҙым, ҡыҙ кеше...

Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

Өлкән ҡыҙының, үҙе инде бер ырыуға өләсәй булған Зәлифә­һенең, төҫөн айырма­һа ла, тауышын таный Заһир ҡарт. Ошоноһо, үҙенең әсәһе мәрхүмә кеүек, саңҡыу һөйлә­шә. Әсәһе затын “торналар” тип тә шул сағыу тауыштары өсөн әйткәндәр бит. “Ике торна һөй­ләшкәне ун биренең талашы­уынан яман,” – ти торғайны атаһы балдыҙ­ҙарын мәрәкәләп. Үҙенең араһы “биреләр” ине...

– Атай! Һурпа эсеп алайыҡ, тиһәм... Әллә нимәһен бөгөн сәпсим башыңды ла күтәрмәйһең дәһә...

Зәлифә итләс, көслө беләктәрен атаһы­ның елкә аҫтына тығып ебәреп, уны бала шикелле итеп ҡалҡытып ултыртты. Һулып кипкән аяҡтары иҙәнгә етмәгәс, табан аҫтына терәү һалып, шул ыңғайы арҡаһына ла бәләкәй яҫтыҡ ҡыҫ­тырып өлгөрҙө. Ян-яғына, ҡола­маһын өсөн, түшәк-мендәрен өйҙө.

– Мына, атай, ҡармап ҡуйҙыҡ һи­не хәҙер, бер ҡайҙа ла ҡаса алмаҫһың, – тип көлә әле үҙе. Уның был һүҙенән ҡартҡа ла күңелле, тик ауыҙҙың йырылыр хәле юҡ, яҙылмай. Күҙҙәрен дә шекәрә япҡан – яҡтылыҡтың шәүләһен генә сырамыта.

Ауыҙ ҡыуышына ҡалаҡлап һа­лынған йылҡы һурпаһының тәмен белә әле ул. Э-эй, был ризыҡҡа еткәне бармы!? Тыуғандан шул тәмде белеп-татып, шуның көсөндә ғүмер итеп, һуңғы көндәрендә лә әлеге татҡа ымһынып ята. Хәленән килһә, ҡулына һөйәк тотоп шатырлатып кимерер, итен таснатып сәйнәп йотор ҙа, һалмаһын һөҙөп ашағас, тоҙлоғона әсе ҡорот иҙеп, күтәреп түңкәреп ҡуйыр ине. Шулайта торғайны ла... Ҡала икән һурпа эсер заманы ла, сапсынып торған йылҡыны ҡороҡлап йығып салыр көндәр ҙә, табаҡ-табаҡ булып боҫорап ултырған ит артында кемуҙарҙан һоғондорошоуҙар ҙа...

Инсульттан һуң ҡыбырламаҫ-һөйләшмәҫ булып ятһа ла, зиһене теүәл ҡарттың. Тәү­лек­тең өстән бер өлөшөн йоҡлап үткәрһә лә, шул ятыуында уйҙарының осона ла сы­ғырлыҡ түгел һымаҡ. Бөтмәҫ йоҡоһо ла әл­лә үтә йылыла, йомшаҡта бала һымаҡ тотоу­ҙа­рынан, әллә... майшәмдәй булып һүнеп ба­рыуынандыр. Быныһын да аңлай ул, риза ла. Мәле етһә, кеше шулай күнә лә, хатта көтә лә икән үлемде. Ул да ҡәҙерле ҡунаҡ булып китә.

Алты ҡыҙы бар Заһирҙың. Шулар алмашлап йөрөтөп ҡараған­дарын да белә. Ҡайһыларын айырмай ҙа инде, хатта исем­дәрен дә иҫләй алмай. Бынау Зәлифәһенән башҡаларын. Бары ашатҡанда бит-сәсен һыпырып, маңлайынан үбеп алғандарында үҙ ҡыҙҙары икәндә­рен аңлай. Башҡа кем уны улайтып иркәләп, ҡәҙерләп торһон. Шул ҡыҙҙары инде. Заманында “кәрәк­мәйҙәр”, “һыуға һалам” тип ысҡын­дырғылаһа ла...

Рабиғаһының йөклө икәнлеген белгәс тә, тыуасаҡ балаға исем ҡушып ҡуйҙы: Моратша. Әсәһе, йәш ғаиләгә хужа булып йәшәгән Зәкирә ҡарсыҡ та, оҡшатып, баш ҡаҡты:

– Ҡайнымдың ҡустыһы Моратша ҡайнаға яман оҫта булды. Ҡулынан килмәгәне юҡ ине. Һаман шуның көйәнтәһен тотонам.

Моратша тыуырына шиге лә юҡ ине был икәүҙең. Зәкирә, үҙе бер-бер артлы дүрт ир бала табып, йәшләй генә тол ҡалып, бармаҡ баштарындай ғына көйө шуларын утынға лә, бесәнгә лә ҡуша алып йөрөп үҫтергән шәпле, әле һаман һелкетә баҫып йөрөгән әбей, ул табыуҙы ғәҙәти, ғәҙәти генә лә түгел, тейешле һанай. Заһир иһә ҡыҙ баланың ни икәнен дә белмәй, тигәндәй.

Тик Моратша тыуманы. Уның урынына тәзелдәп ятҡан Зәлифәһе тыуҙы. Кендек инәһе ҡулынан баланы ҡабул итеп, йүргәген асып ҡараған Зәкирәнең ауыҙынан ысҡынған һүҙе ирекһеҙҙән тыны менән ҡуша сыҡты:

– Әстәғәфирулла!

Әсәле-уллы бер нисә көн шаңҡый биреп йөрөһәләр ҙә, яйлап кире ыҙанға төштөләр, йәш әсәнең күңелен ҡырмаҫҡа тырыштылар.

– Орлоғо Бохараламы ней, малайҙарығыҙ бер ғәскәр булыр әле, тамаҡтарына өлгөртә алмай торорһоғоҙ, – тигән булды оло ҡатын, улын йыуатып. Ә килене артыҡ бошонмай, ҡурсағы менән мәшғүл булып, донъяһын онотҡан.

Икенсе баланы көткәндә Заһир ҡолон һатып алды. Ғүмер буйы атлы булырға, улы булһа, атта йөрөргә өйрәтергә хыялланғанын ҡат-ҡат һөйләп, ҡатынының да башына һең­дереп бөттө. Хәҙер ул да ҡорһағындағының малай булыуын теләп ялбарҙы. Әммә... улар­ҙың был хыялын да, һорауын да ишетмәнеме, әллә үҙе шулай тейеш тип таптымы күктәге... Тағы ҡыҙ тыуҙы.

Итәгендә үҫеп килгән туп шикелле ейәнсәр тәмен аңлай баш­лаған Зәкирә был юлы артыҡ аптыраманы, шулай ҙа, ҡәнәғәтһеҙ­леген белдерә булып, бәпәй күрә килгән ҡатындар сәйендә әйтеп тә ҡуйҙы:

– Хәҙерге бисәләр бала таба беләме?! Эстәрендә йомортҡа йөрөткән шикелле генә йөрөп, ярты көн ауырып, сай-сой килеп ҡыҙ табалар. Беҙ әүәл, әллә ирҙәр эше башҡарып йөрөп, малай тап­тыҡмы...

– Уңған ҡатын ул тапҡан, ҡупшы ҡатын ҡыҙ тапҡан, ти бит, ҡайынбикә, ҡыҙын да кемдер табалыр шулай.

– Әллә... ҡупшылыҡты белмәгәс.

Һауалы ҡырыҫ ҡәйнәһенең холҡон белгән килен үпкәһен эскә йотһа, башҡалар күҙ ҡы­рыйы менән генә ҡарашып, йылмайыу­ҙарын йәшереп ҡалыуҙы хуп күрҙе.

Бишенсе ауырын ыҙалы күтәргән килене­нең түрбашта һыҙланып йөрөгәнен күҙәтеп, аяғындағы мендәрҙә бәләкәйен бәүетеп, урын­дыҡта ултыра Зәкирә. Олораҡтары эргәһендә аунап йоҡлай. Һыңар ҡулы менән буйы еткәндәренең арҡаһынан бәпләй. Үҙе килененең ыңғырашҡанына эстән һыҡрап, мейес плитәһендә тимер-томорон ҡайнатҡан фельдшерға (уларса кендек инәһе) сабырһыҙ ҡарашын ташлап-ташлап ала. Ахырҙа түҙмәй:

– Сабира килен, нимә уйлап ултыраһың?!

Мейес тәңгәлендәге ултырғысҡа ҡунаҡ­лаған фельдшер ҡатын артыҡ ыжламай:

– Ваҡыты етмәгән әле, Зәкирә апай. Игеҙ балаларға алдан көсәндереп, хәлен алмайыҡ, тием.

– Игеҙ малай булып, мынау бисураларҙың сәстәренә йәбешеп үҫһен ине лә...

...Көҙгө һалҡын таң яҡынла­шыуға ғына тыуҙы игеҙәктәр. Ҡыҙ игеҙәктәр. Береһе көр тауышлы, кәүҙәле генә булһа, икенсеһе сибек булып, тауышы ла саҡ сыҡты. Ғүмер буйы ауылда бала ҡабул иткән тәжрибәле фельдшер, бәләкәйен урап һалғанда, оло ҡатынға мәғәнәле итеп ҡарап алды. “Быныһының терелеүе икеле” булды был ҡараш. Солан аша ҡаршы торған мал өйөндә һөйөнсө көтөп ултырған Заһир шунда “ысҡынып” китте. Башындағы кәпәсен алып иҙәнгә һуҡты ла, ишекте шартлатып ябып, тышҡа атылды. Саҡ торған ҡәйнә лә тоҡанды:

– Йә инде! Эсе тулы ҡыҙ әллә бының! Былай булһа ней, затты ҡорота ла һуң! Ҡорой бит, ҡорой! Кеше балалары үҫтерә атыу был малай! Ҡартайғанда кем ҡулында үлергә уйлайҙар икән, һы.

Барын ишетеп ятҡан килен күҙен дә асып ҡараманы. Хәле лә булманымы, яуаплар һүҙе табылманымы? Ҡәйнәһе килеп, балаларҙы асҡылап-асҡылап ҡараны ла, ҡы­бырларға ла эшкинмәгән бәләкәйен айырып алып, ҙурын әсәһе эргәһенә һалды:

– Мыныһы күгәргән инде, мал бумаҫ. Мә, ошоһон имеҙ.

Тауыш-тынһыҙ теге төйөнсөктө үҙе ҡаршы яҡтағы мал өйөнә алып сығып, түшәккә төрөп һалды. Шулай итеп, яҙмышы хәл ителде етлекмәгәндең.

Тик Аллаһ ҡөҙрәте ул шундай нәмә икән. Кемде йәшәтергә, кемде үлтерергә икәнде үҙе генә белә, үҙе хәл итә. Һәм был юлы ла шулай булды.

Иртәнсәккә әсә ҡосағындағы бала үлгән булып сыҡты. Төнө буйы йөрөп, иртәнсәккә генә ятҡан Зәкирә килененең тауышына һиҫкәнеп торҙо:

– Ҡәйнәм! Ҡәйнә-әм!

– Әү!? Әү! Ней булды? – ейән­сәрҙәре ара­һында ҡырын ятып ойоған аяғын һөйрәй-һөй­рәй оло яҡҡа ашыҡты. – Нимә булды тағы?

Килене ҡатҡан сабыйына ҡарап, үҙе шаҡ ҡатҡан. Бер ҡарашта хәлде аңлаған әбей артыҡ ҡаушап төш­мәне. Йәһәт кенә баланы алып, ауыҙына яҡын килтереп тынын тыңлап ҡараны ла, түрбаш яҡҡа алып сығып тағатып, һәрмәштергәс, ауыҙ эсенән уҡына-уҡына кире төрөп алып, тегеһенең эргәһенә – бәләкәй өйгә алып сыҡты. Быныһын да йәнәшенә һалып:

– Э-эй, балаҡайҙарым! Тарһы­нып әрәм иттем сабыйҙарымды-ы... – тип иңрәп һамаҡлап ебәр­гәйне, алдан сығарып һалған бәлә­кәйе мыҡырлап тауыш бирмәһенме! “Аһ!” итеп артына ҡолап китә яҙҙы шул саҡ. Унан йәһәт кенә тегеһен тағатып ебәреп ҡараһа – тере! Йылы ҡулдарҙы тойоп, морон ғы­наһын салшайтып, имсәк эҙлә­гәндәй итте хатта. Ҡайғы менән шатлыҡҡа бер юлы быуылған ҡарсыҡ, баланы түшәге менән ҡуша ҡармап алып, оло өйгә йүгерҙе:

– Килен! Килен! Йә, Хоҙай! Имеҙ... йылыта һал...

Үҙе һаман илап ебәрә алмай ултырған киленен, йығып тигәндәй һалып, түшен асып, һөт менән тулышҡан ҡайнар убалар араһына һыуынып барған бәләкәс кенә башты ҡыҫтырҙы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сабыйын юғалтып һәм табып өлгөргән йәш ҡатын да, әле генә ғазраил ҡулында булып та, ҡапыл йәннәткә килеп ингән бәпес тә, гонаһ менән сауап араһындағы ҡарсыҡ та ҡапыл бер арауыҡта ҡайһы яҡты һайларға белмәй сәбәләнделәр ҙә, береһе балаһын түшенә ҡыҫып, икенсеһе ауыҙына тулған йылы һөткә сәсәп, өсөнсөһө ҡылғандарын аңлап, илап ебәрҙе. Был тауышҡа уянып сыҡҡан ҡыҙҙар ҙа, ни хәлдәр барын төшөнмәһә лә, ололар ҡылығынан ҡурҡып, ике яҡтан өләсәйҙәренең итәгенә ҡапланып, буҙлауға ҡушылды. Тап ошо мәлдә ишекте кирә асып, иҫерек ир ҡайтып инде. Барыһы ла шып туҡтап, берҙәй уның яғына боролдо.

– Был ниткән баҙар?! Бисә-сәсә, мал-тыуар! – Ир бәүелә-бәүелә карауат башына килеп торҙо ла ҡолап китмәҫ өсөн тимеренә тотондо. – К-кәр-рәкмәй! Кәррә-рәкмәй миңә ҡыҙҙар! Б-бир... икеһен дә... бөтәһен дә... һыуға һалам! Бо-борон... шулайтҡандар... Һалам!.. Һы-һыуға...

Уның был хәбәренән бер мәлгә телһеҙ ҡалған ҡатындар бәлшәйеп төшкән хәлдә­ренән күҙ асып йомған арала әллә ниндәйгә әйләнде лә ҡуйҙы. Ҡатыны, бығаса бер ҡар­шылыҡ күрһәтә белмәгән Рабиғаһы, юрғанын һирпеп ебәреп, эске күлдәктә көйө тороп баҫты. Төнө буйы ауырығандан, илағандан һыуланып, бит-муйынына йәбешкән сәстәрен баш хәрәкәте менән генә артҡа ташланы. Бер беләгенә яҡшылап уралмаған да сабыйын ҡыҫҡан, уныһы сей ҡыҙыл булып тыпырсынып маташа. Әсәһе, бығаса гел уның яғын ҡайырған әсәһе, баҫҡан тауыҡ шикелле, киң итәген ике яҡтан тотоп, эргәһендәге себештәрен ҡаплап, ҡабарып баҫты ла... ҡапыл янъял ҡупты:

– Һыуға һалыр өсөн балалар тапҡан­мынмы һиңә? Ҡыҙҙарыма бармағыңды тигеҙәһе булма!!! Былар – минең балалар!

– Бирермен мин һиңә “һыуға һалам”ды! Йүнһеҙ малай! Телеңде ҡорт саҡҡыр!

– Кәрәкмәй миңә һинең атың да, этең дә! Ҡыҙҙарым артыҡ булһа, хәҙер сығып китәм!

– Нимә яһағаның, шуны тапҡан килен! Тағы мында, бала һайлап! Бар, ят, йоҡла! Айыҡһаң, йәнеңде алырым мин һинең!

Өйҙән сығып ҡасыуҙан башҡа сара ҡал­маны иҫереккә. Мал өйөн­дә ятып айнығып, унан игеҙәгенең һыңарын алып барып ерләп, икенсе һыңарын ай тигәндә саҡ күрә алды.

“Һыуға һалам”ды тиҙ генә онотманы ҡатыны. Улай тиһәң, ғүмер буйы онотманы инде. Төшөрөп алғанда үҙе лә хәтерен яңыртып ебәргеләне. Уның “һыуға һалам”ы ауылда лаҡап булып китте хатта. Ҡыҙҙар үрсеп киткән йортта ирҙәр, уйынлы-ысынлы итеп, “һыуға һалам”ды ысҡындырғыланы, халыҡ көлөп һөйләне, телдән-телгә көлә­мәс итеп йөрөттө. Шуға ҡатыны ла, уңайы сыҡҡан һайын, семетеп алды. Ҡыҙҙары үҫеп, кейәүгә китеп бөтөп, икеһе генә ултырып ҡалғас, тегеләр оҙағыраҡ шылтыратмай йә килмәй торғанда, Заһир беренсе бошона башлай:

– Нимәһен өндәшмәй шул ҡыҙҙарың?

Әбейе шуны ғына көткәндәй:

– Ағып китеп бөткәндәрҙер.

Ысынлап, ағып китеп бөттө лә ҡуйҙы ҡыҙҙары. Ун дүрт-ун биш йәштән өйҙән сығып китә торҙолар, шул киткәндәренән яҙмыштары ла, юлдары ла башҡаланды. Ул һал­маһа ла, тормош үҙ йылғаһында ағыҙып алып китеп бөттө...

...Зәкирә әбей үлем түшәгендә лә һаташып, йырлап ятты:

– Ҡыҙы-ым... ҡыҙы-ым...

ҡыҙ ге-ше-е...

Ҡыҙ-ҙыма киле-ер...

йөҙ геше-е...

Был уның ейәнсәрҙәрен үҫтергән сәңгелдәк йыры ине.

– Атай, йә, бирешмә инде... Ҡап! Тағы бер генә ҡалаҡ йот әле.

Быныһы Зәлифәһе түгел бит – тауышы башҡа. Зөлфиәһеме... Зә.. Зө... тағы кемдәре бар әле?.. Барҙыр... ҡыҙҙары күп бит уның... ҡарайҙар...

- Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Читайте нас: