Бөтә яңылыҡтар

“Ағиҙел”дән 100 хикәйә” китабының исем туйы үтә

Бөгөн "Ағиҙел" журналының 100 йыллығына арналған саралар сиктәрендә журнал хеҙмәткәрҙәре Мәскәүҙә осрашыу уҙғара. 

“Ағиҙел”дән 100 хикәйә” китабының исем туйы үтә
“Ағиҙел”дән 100 хикәйә” китабының исем туйы үтә

Быйыл республикабыҙҙың төп әҙәби-нәфис һәм публицистик журналы 100 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы журнал редакцияһы бихисап саралар үткәреүҙе планға алған.

Баҫманы юбилейы уңайынан “Ағиҙел”дән 100 хикәйә” тигән ике томдан торған китап әҙерләнде. Бөгөн, 18 мартта, Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә "Аҡмулла арбаһы" проекты сиктәрендә "Ағиҙел" журналының 100 йыллығына арнап сығарылған "Ағиҙел"дән 100 хикәйә" исемле ике томлыҡ китаптың исем туйы уҙа. 

Кисәлә “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, яҙыусы, драматург Мөнир Ҡунафин, яҙыусы, шағир Әхмәр Үтәбай, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова, шағир, драматург Салауат Әбүзәр, щағирә, әҙәбиәт белгесе Луиза Кирәева, “Сәсән” ижади берләшмәһе ағзалары ҡатнаша. Сараның махсус ҡунағы – йырсы, ҡурайсы Заһир Байыҡ. Осрашыуға рәхим итегеҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: