Регина Риф ҡыҙы Ғиниәтуллина 1977 йылда тыуған. Дүрт балаға ғүмер биргән, бәхетле өләсәй ҙә.
Мәҙәниәт өлкәһендә 2006 йылдың февраленән эшләй. Район мәҙәниәт йортонда балалар секторы мөдире вазифаһын башҡара. Йырлай, бейей, шиғырҙар, музыка ижад итә, театр постановкаларында уйнай. Мәсетле районының ҡул эше оҫтаһы булараҡ та билдәле. Тамбур менән сигеү, кейеҙ баҫыу, туҡыу һәм башҡа бик күп ҡул эше менән шөғөлләнә.
“Эшемде бик яратам”, ти ул.
Үткән йыл Регина Ғиниәтуллина “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы финалына сыҡты Ул "Кейәү өсөн бүләктәр" коллекцияһы менән “Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары” номинацияһында ҡатнашты һәм өсөнсө урын яуланы.