Бөтә яңылыҡтар

"Исемем ике нотанан тора"

Сираттағы конкурсантыбыҙ - Милә Солтанова! 

"Исемем ике нотанан тора"
"Исемем ике нотанан тора"

Исемем ике нотанан тора ­ МИ-ЛЯ. Милә Кәшшәф ҡыҙы Солтанова булам. Арғаяш районы Яңы Субыл ауылында тыуғанмын.

Әлеге көндә Арғаяш ауылында йәшәйем. Ете балалы ишле ғаиләлә уртансы бала булып үҫтем. Атайым - (мәрхүм) Кәшшәф Әбдерәхмән улы, әсәйем - Динә Мөхәмәтғәлим ҡыҙы Үлмәҫҡоловтар. Әсәйем мандолина оҫта уйнай һәм йырлай, атайым шулай уҡ моңло тауышлы ине, ҡурайҙа һыҙҙырып уйнап ебәрер ине һәм һүҙ оҫтаһы булды. Мин дә бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ булдым. Ғаилә менән концерттар ҡуя инек, төрлө сараларҙа ҡатнаштыҡ. Беҙҙе, халыҡ өсөн йәшәгеҙ, тип тәрбиәләнеләр. Халыҡҡа хеҙмәт итеү ­ бөгөн дә минең иң беренсе бурысым булып тора. Мәҙәниәт хеҙмәткәре һөнәрен һайланым һәм 28 йылға яҡын эшләп киләм. Бигерәк тә үҙебеҙҙең башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалам. Шул маҡсат менән үткәрелгән күп проекттарҙың авторы булам: “Тамсылар” – балалар араһында башҡорт йырҙарын башҡарыусылар район конкурсы, “Арғужа” - район башҡорт фольклоры конкурсы, “Һылыуҡай” район конкурсы һ.б. Балалар өсөн мәҙәниәт йортонда “Өләсәйем һандығы” фольклор байрамын үткәрәбеҙ. Күп йылдар Арғаяш район мәҙәниәт йортонда эшләнем. 2022 йылдың аҙағында Нүркин ауыл биләмәһенә, тыуған яҡтарға, эшкә күстем. Әлеге көндә Нүркин ауыл биләмәһенең үҙәкләштерелгән клуб системаһы методисы булып эшләйем.

Йырларға яратам, йәшерәк саҡтарҙа төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым, Башҡортостанда үткәрелгәндәрендә лә насип булды. Театр сәнғәтенә ғашиҡ кеше мин. Арғаяш башҡорт халыҡ театры актрисаһы. 2022 йылда Белорет ҡалаһында үткән “Алтын тирмә” төбәк-ара фестивалендә “Ҡатын-ҡыҙ ролен оҫта башҡарыусы актриса” (Лучшая женская роль) номинацияһында еңеүсе булдым. Был - минең өсөн театр тормошомда иң юғары баһа. Әлеге көндә тыуған ауылымда балалар өсөн театр түңәрәге ойошторҙом, башҡорт телендә әкиәт ҡуйырға әҙерләнәбеҙ. Эшемдә ярҙам итеүсе - тормош иптәшем Руслан, ул уҡытыусы, рәссам, йырлай ҙа. Минең ғорурлығым - ейәнем Асҡар Ҡотлоғужин, 2-се класс уҡыусыһы. Йырлай, дүрт йәштән сәхнәлә. Район, өлкә, төбәк-ара, халыҡ-ара конкурстары лауреаты. Башҡорт, рус телдәрендә йырҙар башҡара. Сараларҙа алып барыусы ла була. Әле ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп йөрөй. Шулай уҡ музыка мәктәбендә баян класында укый. Алты йәшлек ейәнсәрем Йәсминә лә ағаһынан ҡалышмай йырларға маташа. Уларҙың әсәләре, ҡыҙым Йәнзилә һөнәре буйынса урман хужалығы хеҙмәткәре булһа ла, ҙур ярҙамсым. Ғаиләмде самауыр артында үҙебеҙҙең милли аштар менән һыйларға яратам. Мәҙәниәт юлын һайлағанға минең бер ҡасан да үкенгәнем булманы. Сараларҙа зал тултырып ултырған яҡташтарымдың алҡыштары, уларҙың рәхмәт һүҙҙәре минең өсөн ҙур бәхет һәм шатлыҡ.

Милә Солтанова яҙмаһы.

Фотолар авторҙың шәхси архивынан. 

"Исемем ике нотанан тора"
"Исемем ике нотанан тора"
"Исемем ике нотанан тора"
"Исемем ике нотанан тора"
"Исемем ике нотанан тора"
"Исемем ике нотанан тора"
"Исемем ике нотанан тора"
"Исемем ике нотанан тора"
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: