Бөтә яңылыҡтар

"Бәләкәй саҡтан йырларға яратам"

“Ижад балҡышы" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы - Элиза Ямалова. 

"Бәләкәй саҡтан йырларға яратам"
"Бәләкәй саҡтан йырларға яратам"

Әбйәлил районының Гусев ауылы ҡыҙы булам. Бәләкәй саҡтан йырларға яраттым. Сибай ҡалаһында вокал бүлеген тамамлап, хеҙмәт юлымды Гусев музыка мәктәбендә башланым. Хәҙерге ваҡытта Гусев күп тармаҡлы мәҙәниәт йортон етәкләйем.

2022 йылда “Башҡорт йыры” республика телевизион конкурсында лауреат исемен яуланым. Үткән йылдың һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булдым.

Район, республика күләмендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашам.

Иптәшем Дамир менан Илсен һәм Замир исемле улдар үҫтерәбеҙ”, ­- тип таныштырҙы үҙе менән Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә уҙғарылған “Ижад балҡышы" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы. Уға уңыштар теләйек!

Фотолар Элиза Ямалованың шәхси архивынан. 

"Бәләкәй саҡтан йырларға яратам"
"Бәләкәй саҡтан йырларға яратам"
"Бәләкәй саҡтан йырларға яратам"
"Бәләкәй саҡтан йырларға яратам"
"Бәләкәй саҡтан йырларға яратам"
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас в