Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә уҙғарылған "Ижад балҡышы" конкурсында ҡатнашыусы Әлфиә Нияз ҡыҙы Ҡорамшина 2012 йылдан Учалы районының Иҫке Байрамғол мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй.
Уның етәкселегендә өс төркөм бейеү түңәрәге эшләп килә. Бейеү төркөмдәре менән бик күп конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулайҙар.
2022 йылда ололар төркөмө "Әүешкүл йәшмәләре" халыҡ ансамбле исемен яулауға өлгәшә.
Ансамблдә - 16 ҡатын-ҡыҙ. Төрлө фольклор, халыҡ бейеүҙәре конкурстарында алдынғылыҡты бирмәйҙәр.
Мәҙәниәт йортонда традицион сараларҙан тыш башҡа төрлө фәһемле, ҡыҙыҡлы саралар ҙа ойоштора.
Сығанаҡ: vk.com/id262332193