“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Федоровка районының Юлдаш ауылы йәнтөйәгенә терәк булырҙай ир-егетәре менән дә үрнәк.
“Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр” тигән мәҡәл дә тап килә уларға. Ауылды күтәрерҙәй оҫталары, эшҡыуарҙары, йәнтөйәге өсөн янып-көйгән замандаштары аҙ түгел. Әлеге конкурста ҡатнашыуҙа ла төп бурысты улар үҙ иңенә алған. Юлдаш ауылы клубы мөдире Филүз Юлдашбаев етәкселегендә мәҙәни тормош та ауылда ҡайнап тора. Ә инде уның тырышлығы менән ир-егеттәрҙең “Юлдаш” вокаль ансамбле республика кимәлендә лә еңеүҙәр яулай. Ошо көндәрҙә Өфөлә “Ирҙәр нимә тураһында йырлай?” тигән ир-ат вокал коллективтарының асыҡ республика конкурсында 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдылар.
“Гөлнәзирә” вокаль ансамбле, ағинәйҙәрҙең фольклор коллективы ла - ауылдағы сараларҙың биҙәге. Әйткәндәй, “Гөлнәзирә” лә ошо көндәрҙә Ишембайҙа үткән вокаль ансамблдәренең “Аһәң -2023” конкурсында 1-се дәрәжә дипломант булған.
Йолаларыбыҙ, йыр-моңобоҙ менән сорналған ауылдың киләсәге айыҡ һәм өмөтлө.
Автор фотоһы һәм видеоһы.