Өфөлә үткән III “Арт-Ҡоролтай” мәҙәни форумы барышында Башҡортостан Республикаһында сәнғәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән бер төркөм ижад эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамоваға һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Рәжәп Шәйхетдиновҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры режиссеры Айһылыу Иҡсанова – республиканың Почет грамотаһына, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов, Стәрлетамаҡ Рус драма театры артисы Александр Шабаев "Башҡортостандың халыҡ артисы" исеменә лайыҡ булды.
"Төньяҡ амурҙары" анимация фильмын төшөрөүселәр – "Муха" йәмғиәте директоры Артур Абдрахмановҡа – "Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре", ә рәссам Камил Буҙыҡаевҡа "Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы" исеме бирелде.
Республиканың атҡаҙанған артистары рәте лә тулыланды, улар араһында хәҙер – популяр йырсылар Зилиә Бәхтиева һәм Иҙел Нурғәлин, "Нур" татар театры актеры Айнур Баянов, Сибай башҡорт драма театры актеры Вадим Ғилманов, Башҡорт академия драма театры артисы Ирада Ҡадирова.
Бынан тыш, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеме бирелде.
Фото: vk.com/minkultury_rb