Бөтә яңылыҡтар

“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”

"Ижад балҡышы" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы - Тәтешле районынан Финиә Сәхибгәрәева

“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”

"Мин Финиә Сәхибгәрәева булам. Үҙемде белгәндән алып башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына ғашиҡмын. Мәктәп йылдарында башҡорт теленән төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып еңеүсе булғанғамы, әллә сабый сағымдан уҡ уҙемдең хыялыма тоғро ҡалғанғамы, мин Башҡорт дәүләт университетында уҡып сығып, башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәренә эйә булдым. 2015 йылда ғаиләм менән Иҫке Күрҙем ауылына ҡайтып тормош ҡорҙоҡ. Ошо йылды уҡ мин ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йортона етәксе булып эшкә урынлаштым. Әйтергә кәрәк, уҡыу йортонда алған белемем эшемдә бик ҙур ярҙам итә. Сөнки мин күп төрлө байрамдар, саралар ойошторам, балалар менән дә, ололар менән эш итәм, түңәрәктәр алып барам һәм һәр ваҡыт тыуған яҡты, туған телде һөйөү тураһында һүҙ йөрөтәм, үҙемдең сараларҙа ҡатнашыусыларҙа  иленә ҡарата илһөйәрлек рухы уятам.

Бөгөнгө көндө мин үҙемдең тормошом менән бик ҡәнәғәт. Яратҡан эшем бар, янымда ҡәҙерле ғаиләм, тоғро дуҫтарым бар. Мәҙәниәт йортонда ололар өсөн “Хазина” исемле йыр коллективын, балалар өсөн “Йәшлек”, “Көмөш һыу”, “Задорники”, “Алтын ай” бейеү, йыр һәм фольклор коллективтарын һәм ағинәйҙәрҙең ҡул эштәре түңәрәген етәкләйем. Ваҡыт етмәй тип бер ҙә зарланмайым, киреһенсә эштән йәм табып, ауылыбыҙҙы матур эштәр менән биҙәргә тырышам. Ошо үҙемдең матур, күтәренке кәйефемде тирә-яҡҡа өләшәм. Быйыл инде мин тағы ла яңы тармаҡта эшләй башланым. Ауылыбыҙҙың ирекмәне булып, оло йәштәге кешеләргә, махсус хәрби операцияға эләккән егеттәребеҙҙең ата-әсәһенә ярҙамлашам, шишмәләрҙе, һәйкәл тирәләрен тәртиптә тотам һәм башҡаларҙы ла ошондәй эшкә өндәйем. Әйткәндәй, беҙҙең Иҫке Күрҙем ауылы быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Был эштә лә мин әүҙем ҡатнашам. Конкурсы сиктәрендә халыҡ менән төрлө спорт ярыштары ойошторам, халҡыбыҙға хас йолаларҙы сәхнәләштерәбеҙ, уйын-концерттар ҡуябыҙ. Минең өсөн иң мөһиме – ауыл халҡының минең эш менән ҡәнәғәт булыуы. Уларҙың матур теләктәре, “Афарин, беҙҙең Финиә булдыра” ­ тигән йылы һүҙҙәре миңә тағылы ҡанат өҫтәй, ҡыуандыра.

Ә ғаилә минең өсөн иң ҙур байлыҡ. Тормош иптәшем Раданис менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерәбеҙ. Тормошта кәрәкле кеше булһындар тип, тәртипле, уңған, кешелекле булып үҫһендәр тип, беҙ уларға бәләкәйҙән үк тыуған илгә, үҙебеҙ һөйләшкән телгә мөхәббәт хисе уятабыҙ. Ғаилә кешенең тормошондә терәк булырға тейеш, унда бер-береңде хөрмөт итергә тейешһегеҙ, олоно оло итергә, кесене кесе итергә кәрәк тип үҫтерәбеҙ. Беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ тип уйлайым. Кистәрен беҙ бергә йыйылышып киске уйындар ойошторабыҙ. Саңғы шыуыу, һыу ҡойоноу, йүгереү, футбол кеүек спорт төрҙәрен үҙ итәбеҙ. Атаһы малай кешегә балта һаплау, бесән сабыу, техникаларҙы ремонтлау кеүек эштәргә өйрәтһә, мин инде ҡыҙыма милли аштар бешереү тәртибен, иҙән йыуырға, өй йыйыштырырға өйрәтәм, башҡорт ҡатын-ҡыҙы ниндәй тыйнаҡ булыуы тураһында һөйләй-һөйләй концерттар ҡуйыу өсөн милли кейемдәр тегәбеҙ.

Мин был тормошто яратам, һәм барлык кешегә моңайып тик ултырмайыҡ, яҡты тормошҡа, матур хыялдарға алға табан атлайыҡ, тип теләр инем".

Финиә Сәхибгәрәева яҙмаһы.

Фотолар: vk.com/id489947979

“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
“Афарин, беҙҙең Финиә булдыра”
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: