Күгәрсен районының Йомағужа ауылында йәшәгән хөрмәтле ағинәй, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны Һәҙиә Мәрхәм ҡыҙы Ниязғолова 85 йәшен билдәләй. Ул – урындағы “Гәрәбә” халыҡ фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы ла.
Ағинәйҙе оло юбилейы менән "Гәрәбә" халыҡ фольклор ансамбле лә ҡотланы.
“Һәҙиә апай, һиңә иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Һинең тормош тәжрибәң йәш быуынға өлгө булып тора. Һәр ваҡыт әлегеләй матур булып ҡал. Һин бит “Гәрәбә”нең "йөҙөк ҡашы". Беҙ Һине ныҡ яратабыҙ”, - тип яҙҙы “Гәрәбә” ансамбле ҡыҙҙары.
Һәҙиә Мәрхәм ҡыҙына Зилә Йәнбулатова үҙенең шиғырын һиңә арнаған.
Бөгөн һинең ғүмер байрамыңда
Әйтәм һиңә, йылы һүҙемде.
Яҙмыш ҡуйған һынауҙарға баш эймәнең,
Барыһына ла булдың түҙемле.
Тыныс ҡына итеп һүҙ башлайһың,
Күңелдәрең һинең гел аяҙ.
Йәмле яҙ айында тыуғанғалыр
Йөҙҙәреңдә балҡый йылы наҙ.
Хоҙай һиңә эш бәхете биргән,
Оҙаҡ йылдар эшләп, тир түктең.
Тыйнаҡ, ғәҙел, түҙемле лә булып
Ғүмер йомғаҡтарын һин һүттең.
Ауырыу-һыҙланыуҙар урап уҙһын,
Гел уң булһын барыр юлдарың.
Тәҙ(е)рәңдә утың гел балҡыһын,
Хөрмәт итһен ейән-улдарың.
Бауырһаҡтар һинең тел йоторлоҡ
Ҡулдарында һинең – бәрәкәт.
Ҡояштай ғүмер теләйем
Йәшә ерҙә, йәшә гел рәхәт!
Фотолар һәм видео: Нәйлә Әхмәтгәрәеванан.