Бөтә яңылыҡтар

"Милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтәм"

Ишембай районының Сәлих ауылының китапханасыһы Гүзәлиә Шәрипова ла беҙҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ойошторолған конкурста ҡатнаша

"Милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтәм"
"Милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтәм"

Ишембай районының Сәлих ауылының Ишембай үҙәкләштерелгән китапхана системаһы филиалы китапханасыһы Гүзәлиә Шәрипова ла беҙҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ойошторолған конкурста ҡатнаша.

“Үҫеп килгән быуынға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре тарихын һәм эшләү ҡағиҙәләрен еткерергә тырышам. Һакал, түшелдерек, селтәр, ҡашмау эшләргә өйрәтәм”, ­ ти китапханасы. Гүзәлиә Әхтәм ҡыҙы был тәңгәлдә бик күп оҫталыҡ дәрестәре ойоштора.

2021 йылда "Мәҙәниәт" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Ижади кешеләр” проектының “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына дәүләт ярҙамы” сараһы буйынса конкурс йомғаҡтары һөҙөмтәһендә аҡсалата дәртләндереү ала. Унда 2020 йыл һөҙөмтәләре ингән. Хәтер йылы, патриотик тәрбиә биреү буйынса саралар, мәҙәни-мәғариф программалары, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарының мемориаль таҡтаташына мәғлүмәттәр йыйыу ойошторолған.

Фотолар: vk.com/id739494303

"Милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтәм"
"Милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтәм"
"Милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтәм"
"Милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтәм"
"Милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтәм"
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: