Бөтә яңылыҡтар

Ришаттың никахына кем ҡаршы?..

Ришат Төхвәтуллин менән уның кәләше Әлиә интервью биргән      

Ришаттың никахына кем ҡаршы?..
Ришаттың никахына кем ҡаршы?..

Йәш һәм талантлы йырсы, яҡташыбыҙ Ришат Төхвәтуллиндың тиҙҙән өйләнеүе хаҡында март башында мәғлүм булғайны.

Ул ижадташ дуҫы, сәхнәләше, йәш йырсы Әлиә Ҡарасуринаға тәҡдим яһаған.

Тәү ҡарамаҡҡа был яңылыҡ уларҙың ижадын үҙ итеүселәрҙе аптыратманы ла һымаҡ, сөнки йәш, матур һәм рухташ булған был ике йәш йөрәктең ҡауышыуын күптән һиҙемләйҙәр ине.

Өйләнешеүҙәре хаҡында рәсми иғлан иткәндән һуң Ришат Төхвәтуллин һәм Әлиә Ҡарасурина был аҙым хаҡында бер интернет-порталға ҙур интервью биргән.

Унда шәхси мөнәсәбәттәре, ижадтағы пландар һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙән тыш был никахҡа ҡамасаулаған хәлдәр һәм кешеләр, фанаттарҙың мөнәсәбәте хаҡында ла асыҡтан-асыҡ әйтеп үтелә.

Ҙур интервьюға һылтанманы йырсының социаль селтәрҙәге төркөмөндә табырға мөмкин.

Беҙ иһә йәштәргә мөхәббәтле киләсәк һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Фото Ришат Төхвәтуллиндың рәсми төркөмөнән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: