Башҡортостандың халыҡ артисы, талантлы ҡурайсы Ишморат Илбәков "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә ҡыҙы Зөлхизәнең билдәле төрөк артистары менән сериалдарында төшөүе тураһында хәбәр итә. Әлеге ваҡытта Зөлхизә Илбәкова ҡатнашҡан Sokagin cocuklari («Урам балалары») һәм Yarci («Ҡарар») сериалдары сыҡҡан.
"Төркиә миңә ныҡ оҡшай, матур ил, бигерәк тә диңгеҙ буйында йөрөргә яратам. Кешеләре бик алсаҡ, итәғәтле, урындағы халыҡ гел ярҙам итергә тырыша.
Съемкалар ҡыҙыҡлы үтә, команда бик көслө, тайминг буйынса эшләйбеҙ, һәр бер минутына тиклем яҙылған. Төркиәнең популяр актерҙары менән эшләү - ҙур бәхет. Улар ҙа бик ябай, алсаҡ кешеләр.
Хәҙер минең Төркиәлә дуҫтарым күп, гел аралашып, һөйләшеп торабыҙ. Урал тауҙары, «Урал батыр» эпосы аша төрөктәрҙе Башҡортостан менән таныштырам.
Мин үҙемде бер ҡасан да сит ил сериалдарында төшөрмөн тип күҙ алдына килтермәй инем, хәҙер, Аллаға шөкөр, көн һайын съемкаларҙа ҡатнашам», - тип хәбәр итә Зөлхизә Ишморат ҡыҙы.
Тиҙҙән яратҡан төрөк сериалдарында үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙының да уйнауын күрә аласаҡбыҙ. Афарин, Зөлхизә! Уңыштар!
Фото: Ишморат Илбәковтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.