Бөтә яңылыҡтар

Уны ижади етәксе булараҡ беләләр

"Ижади балҡыш" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы - Винера Садиҡова.

Уны ижади етәксе булараҡ беләләр
Уны ижади етәксе булараҡ беләләр

Винера Миңлеғәлим ҡыҙы Садиҡова - Торналы ауыл мәҙәниәт йорто мөдире. Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумында ижади коллектив етәксеһе һөнәре буйынса белем алған. Мәҙәниәттә - 21 йыл.

Винера Миңлеғәлим ҡыҙын намыҫлы хеҙмәткәр, дәртле, ижади етәксе булараҡ беләләр. Торналы ауыл мәҙәниәт йорто күп йылдар дауамында ауыл клуб учреждениелары араһында рейтингта беренсе урынды биләй. Торналы клуб эшмәкәрлеге емешле һәм төрлө. Мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа призлы урындар яулай, саралар үткәреүҙең яңы формалары индерелә.

Мәҙәниәт йорто “XXI быуат клубы” республика конкурсының ауыл мәҙәниәт йорттары араһында 2-се урынды яулай (2020 йыл).

Ауыл мәҙәниәт йортонда 2005 йылда балалар өсөн “Әй ынйылары” бейеү ансамблен ойоштора, күп йылдар уның етәксеһе була. 2022 йылда коллектив “Художестволы үҙешмәкәрлектең өлгөлө коллективы” исемен яҡлай.

2009 йылдан алып “Мөғжизәләр иле” балалар театр коллективы менән етәкселек итә, ул 2015 йылдан өлгөлө исемен йөрөтә. 2021 йылда ул ойошторған “Торнаҡай” фольклор ансамбле “Торатау мираҫы” асыҡ төбәк фольклор фестиваль-конкурсында уңышҡа өлгәшә.

Венера Садиҡова үҙ эшенең оҫтаһы, ижади фекерләүсе һәм заман менән бергә атлаған белгес. “Салауат районының иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” булараҡ ҡаҙаныштары бар (2014 йыл). Емешле эше өсөн Винера Миңлеғәлим ҡыҙы бер нисә тапҡыр Салауат районы мәҙәниәт һәм хакимиәт бүлегенең Почет грамоталары менән бүләкләнә. Башҡортостан Республикаһы халыҡ ижады үҙәгенең “Халыҡ ижадын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, район халҡының эстетик, рухи тәрбиәһе өсөн” рәхмәт хаты һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының Почет грамотаһы бар.

Винера Садиҡова үҙенең ныҡышмалылығы арҡаһында ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлауға өлгәшә. 2021 йылда Мәҙәниәт милли проектының Мәҙәни мөхит төбәк проекты сиктәрендә капиталь ремонт үткәрелә. 2021 йылда клубҡа “Ауыл күп функциялы клубы” статусы бирелә.

Бөгөн төҙөкләндерелгән ауыл мәҙәниәт йорто ауыл халҡының тормошон ижад шатлығы менән тулыландырыусы мәҙәниәт усағы булып тора. Һәм былар барыһы ла Винера Миңлеғәлим ҡыҙы Садиҡова етәкселегендә.

Винера Миңлеғәлим ҡыҙы -­ әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Торналы ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

Фотолар: vk.com/id172276696

Уны ижади етәксе булараҡ беләләр
Уны ижади етәксе булараҡ беләләр
Уны ижади етәксе булараҡ беләләр
Уны ижади етәксе булараҡ беләләр
Уны ижади етәксе булараҡ беләләр
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: