27 мартта Өфөнөң Милли йәштәр театрында Гәлсәр Байғусҡарованың тәүге яңғыҙ концерты була. Тамашаның “Күңел” тип аталғанынан да уның ни тиклем наҙлы, йылы, ихлас булырын күҙалларға мөмкин. “Яҡты, нескә программа һәр тамашасының күңелендә яҙҙы уятыр. Гәлсәрҙең йырҙарында – сафлыҡ, осош, йөрәкте семетер һағыш һәм ярһыу шатлыҡ!” – ти ойоштороусылар.
Артист “тере” музыкаға ҡушылып йырлаясаҡ. Концертта музыкант Андрей Турабов, башҡа билдәле башҡарыусылар ҡатнаша.
Гәлсәр Байғусҡарова – өмөтлө йәш йырсы, тиҫтерҙәре өсөн “Бирешмә”, “Ышан” сериалдарында уйнай. Байтаҡ конкурстар лауреаты. Быйыл Гәлсәр Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһын тамамлай. Үҙе лә йырҙар яҙа. Йырҙарын туған башҡорт телендә, шулай уҡ русса, инглизсә башҡара.
Билеттарҙы ошо һылтанма аша һатып алырға була: ufakoncert.ru/event/solnyj-koncert-galsar-bajguskarovoj-k-el-dusha/
Фото: ufakoncert.ru