Бөтә яңылыҡтар

Киркоровтыҡымы, әллә Сәлимйәнованыҡымы?

Социаль селтәрҙә хәбәр итеүҙәренсә...

Киркоровтыҡымы, әллә Сәлимйәнованыҡымы?
Киркоровтыҡымы, әллә Сәлимйәнованыҡымы?

Әбйәлил районының Таштимер ауылынан ҡул оҫтаһы Фәриҙә Сәлимйәнова “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә үҙенең ҡул эштәрен ҡуйған һәм “Кемдеке матурыраҡ: Киркоровтың кейгән кейемеме, әллә минең иҙән түшәктәремме?” тип яҙған.

Ысынлап та, Филипп Киркоровтың кейеменә оҡшаш Фәриҙә ханымдың эштәре – үҙенсәлекле, зауыҡлы.

Был посҡа ҡарата төрлө комментарийҙар яҙғандар. Фәриҙә Сәлимйәнова үҙе Киркоровтың кейгән әйберҙәренең бик ҡиммәтле булыуы, Японияның император музейҙарындағы күргәҙмәләрҙән алыныуы хаҡында ишеткәндәрен бәйән иткән. "Үҙемдең түшәктәрҙең фотоһын ҡыҙыҡ өсөн, сағыштырыу өсөн һалғайным”, – тигән.

Беҙ ҙә сағыштырып ҡарайыҡ әле – оҡшаған бит? Кемдеке матурыраҡ күренә: Филипп Киркоровтыҡымы, әллә Фәриҙә Сәлимйәнованыҡымы?

Фото Ф. Сәлимйәнованың сәхифәһенән.

Киркоровтыҡымы, әллә Сәлимйәнованыҡымы?
Киркоровтыҡымы, әллә Сәлимйәнованыҡымы?
Киркоровтыҡымы, әллә Сәлимйәнованыҡымы?
Киркоровтыҡымы, әллә Сәлимйәнованыҡымы?
Киркоровтыҡымы, әллә Сәлимйәнованыҡымы?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: