Илебеҙҙең баш ҡалаһында бына инде һигеҙенсе йыл “Илһам” башҡорт халыҡ театры эшләй. Уның ойоштороусыһы, етәксеһе, режиссеры – Мәҙинә Илһамова. Ул Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы, Мәскәү ҡала хакимиәте ҡарамағындағы Милләт мәсьәләләре буйынса совет ағзаһы ла булып тора.
“Илһам”дар Мәскәүҙә башҡорт театр сәнғәтен пропагандалау менән әүҙем шөғөлләнә. Бөтә спектаклдәр ҙә башҡорт телендә бара, ә тамаша барышында заманса технологияларҙы ҡулланыу башҡорт театр сәнғәтенең сағыу үҙенсәлеген тулыраҡ асырға мөмкинлек бирә. Һигеҙ йыл эсендә театр 16 әҫәрҙе сәхнәләштергән.
Үткән йылды “Илһам” театры матур итеп йомғаҡлап ҡуйған – Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә башҡорт театры классикаһына ингән “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһын ҡуйған (Б. Бикбай пьесаһы, композитор – З. Исмәғилев). Спектаклдә ролдәрҙе Мәскәүҙә юғары белем алып йөрөгән Башҡортостан студенттары башҡарған. Әҫәрҙе әҙерләү, сәхнәләштереүҙә Башҡортостан студенттары һәм аспиранттарын берләштергән ассоциацияның күп кенә әүҙемселәре ҡатнашҡан.
Төп героиня – шат күңелле, хыялланырға яратҡан Наза ролен Алтынай Заһитова, Яппарҙы – Динислам Ниғмәтуллин, Әхмәтте – Урал Әхмәтов, романтик күңелле Басирҙы Кәрим Миһранов уйнаған.
– Спектаклде икенсегә сәхнәләштерҙек, беренсе тапҡыр 2015 йылда уйнағайныҡ, – тип бәйән итә Мәҙинә Илһамова. – Театрҙа уйнаған состав яңырҙы, икенсе йәштәр килде, шуға ла спектаклде яңы һулыш менән, ҡабаттан ҡуйырға булдыҡ. Апрель, май айҙарында уны тағы ҡарарға мөмкин, – ти ул.
Әйткәндәй, “Илһам” 2019 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы коллективтарының топ-100” исемлегенә ингән. Был ижади коллективтың оҫталығы, үҙенсәлеге тураһында һөйләй. Спектаклдәр әҙерләүҙән тыш, театр ағзалары башҡорт милли кейемен өйрәнә, тергеҙә, дефиле ойоштора, унан башҡа концерттар ҙа ҡуя. Милли кейемгә бағышланған саралар халҡыбыҙҙың традицион кейеменең тарихын өйрәнеүсе Нәркис Мөхәмәтшин булышлығында атҡарыла.
“Илһам”дың илһамлы етәксеһе “Мәскәү этно-проекты” халыҡ-ара ижади оҫтаханаһы”н да ойоштороп ебәргән – бында баш ҡалала төпләнгән 38 милләт вәкиле үҙҙәренең милли мәҙәниәте менән шөғөлләнә ала.
Үҙе ойошторған, әүҙем алып барған театрының, башҡа ғәмәлдәренең уңышына ҡыуанып ҡына ҡалмай етәксе. Башҡортоноң уйлы-ғәмле бер вәкиле, телдең, милләттең киләсәге тураһында борсолған зат булараҡ, Мәҙинә Рәйес ҡыҙын тәрән хафаға һалған мәлдәр ҙә бар. Иң етди уйландырғаны – башҡорт телендә һөйләшкән йәштәрҙең торған һайын аҙая барыуы.
– Театр ойошторолғандан алып үткән һигеҙ йыл эсендә башҡортса белгән кешеләрҙең кәмеүе ныҡ һиҙелде. Әйтәйек, “Илһам”дың исемлегендә – 30 кеше, шуларҙың 12-һе телде белә, тағы бер ни тиклеме аңлай, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта төшөнмәгәндәре лә бар. Артабан ошолай дауам итһә, беҙҙең коллективты ғына алып ҡарағанда ла, ул киләсәктә эшен дауам итә алырмы-юҡмы?.. – тип борсола ул. – Ата-әсәләр, имеш, баланың матур киләсәге хаҡына уны ят телдә тәрбиәләй, уҡыта, йәнәһе лә, был алда уның тормошон күпкә еңеләйтәсәк. Ә бит билингваль (ике телдә аралашҡан) ғаиләләрҙә балаларҙың башҡа тиҫтерҙәренән йылдамыраҡ үҫешә икәне белгестәр тарафынан да раҫланған. Шуға күрә уларҙы туған телдә һөйләшеүҙән, уны өйрәнеүҙән мәхрүм итмәһендәр ине.
Өшәндерерлек сәбәп булһа ла, Мәҙинә Рәйес ҡыҙы күңелен төшөрмәй, алдағы көндәргә өмөт менән ҡарарға тырыша. Башҡорт телендә һөйләшкән мәскәүҙәрҙе үҙҙәре үткәргән сараларға йәлеп итеүгә, театрҙы һаҡлап ҡалыуға бәйле фекерҙәре лә бихисап.
– Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһында 20 меңләп башҡорт халҡы йәшәй, белем алып, эшләп йөрөгән йәштәр ҙә байтаҡ. Туған телдә аралашҡыһы, ҙур мегаполиста башҡорт рухын һаҡлауға өлөш индергеһе килгән йәштәрҙе көтөп ҡалабыҙ, бергә-бергә ҡыҙыҡлы проекттар эшләрбеҙ, – ти ул.
Мәскәүҙә әүҙем, рухлы милләттәштәребеҙҙең күп булыуы күңелгә өмөт ҡуҙы һала. Уларҙың халҡыбыҙ традицияларын һаҡлау, үҫтереүгә, милли мәҙәниәтебеҙҙе билдәле итеүгә булған ынтылышына, был юҫыҡтағы фиҙакәр хеҙмәтенә һоҡланыуҙан башҡа сара юҡ. “Илһам”дарға уҡыуҙа ла, хеҙмәттә лә, ижади тормоштарында ла уңыштар ғына юлдаш булһын!
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА