Бөтә яңылыҡтар

Һәр баланың күңел моңон тоя

"Ижад балҡышы" конкурсында - Балтас районынан Илшат Нурҡаев.

Һәр баланың күңел моңон тоя
Һәр баланың күңел моңон тоя

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә иғлан ителгән "Ижад балҡышы" конкурсында ҡатнашыусы берҙән-бер көслө зат вәкиле - Балтас районы Иҫке Балтас Балалар сәнғәт мәктәбенең баян класы уҡытыусыһы Илшат Өлфәт улы Нурҡаев.

Ул бында 2006 йылдан алып эшләй. Белемле, ҙур тәжрибәле, ышаныслы, яуаплы уҡытыусы изге күңелле, ғәҙел булыуы менән уҡыусыларҙың күңелен яулаһа, юморға байлығы дәрестәрҙә дуҫтарса мөхит булдырыуға ярҙам итә. Заманса белем биреү технологияларын һәм ысулдарын камил белә, уларҙы практикала һөҙөмтәле ҡуллана.

Илшат Өлфәт улы ­Өфө сәнғәт училищеһын “Инструменталь башҡарыу” һөнәре буйынса тамамлаған. 2015 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары музыкаль белем ала. Шулай уҡ квалификацияны күтәреү курстарында уҡый.

Бәйгесебеҙ баян класы буйынса шәхси дәрестәр алып бара, йәнә концертмейстерлыҡ менән әүҙем шөғөлләнә. Вокал бүлеге уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, шуның менән республика, Рәсәй, халыҡ-ара масштабтағы конкурстарҙа, фестивалдәрҙә бөтәһенә лә ярҙам итә. Күп йыллыҡ хеҙмәтендә бихисап уҡыусының һәләтен аса. Ижади ҡаҙаныштар тупланмаһында дипломдары, рәхмәт хаттары, почет грамоталары байтаҡ.

Илшат Өлфәт улының концертмейстер булараҡ баһалап бөткөһөҙ талантын һәр урында жюри ағзалары күрә һәм билдәләй. Башҡа райондарҙағы конкурсанттар ҙа уны ярҙамға йыш саҡыра - оҫта педагог һәр бала менән эшләй белә, һәр береһенең ритмына яраҡлаша. Ул мәктәптең күп уҡыусыларына һәм уҡытыусыларына төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, сараларҙа аккомпаниаторлыҡ итә. Уңышлы хеҙмәтен конкурстарҙағы, фестивалдәрҙәге еңеүҙәре дәлилләй. Шулай уҡ “Моң” тальянсылар халыҡ ансамбленең, район халыҡ инструменттары ансамбленең төп музыканты булып тора. Бер генә район сараһы ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.

Илшат Өлфәт улы емешле хеҙмәте, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн мәртәбәле наградалар менән бүләкләнә.

Ул - Танып ырыуы гимнын аранжировкалау авторы ла. 2021 йылда Башҡорт тарихы йылына ярашлы Танып ырыуы съезын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны, намыҫлы хеҙмәте өсөн Балтас районы хакимиәтенең Почет грамотаһы һәм сараны ойоштороу комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Балалар сәнғәт мәктәбендә эшләгән дәүерендә Илшат Өлфәт улынан баян инструментында уйнарға өйрәнәләр һәм 28 сығарылыш уҡыусыһы уҡыуын уңышлы тамамлай. Араларында Руслан Сәхипов артабан Өфө сәнғәт училищеһының (колледж) “Халыҡ оркестры инструменттары” бүлегендә “Инструменталь башҡарыу” һөнәрен ала.

Фотолар Илшат Нурҡаевтың шәхси архивынан.

Һәр баланың күңел моңон тоя
Һәр баланың күңел моңон тоя
Һәр баланың күңел моңон тоя
Һәр баланың күңел моңон тоя
Һәр баланың күңел моңон тоя
Һәр баланың күңел моңон тоя
Һәр баланың күңел моңон тоя
Һәр баланың күңел моңон тоя
Һәр баланың күңел моңон тоя
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: