Бөтә донъя шиғриәт көнө 2000 йылдан алып билдәләнә. Әҙәби ижад аша донъялағы телдәрҙең күплеген, төрлөлөгөн күрһәтеү, юғалыу хәүефе янаған телдәргә ярҙам итеү йәһәтенән булдырылған ул.
Әлбиттә, тағы ла Шиғриәт көнө шиғыр уҡыу йолаһын тергеҙеүгә, ғөмүмән, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыуға әйҙәүе, туған телде ҡәҙерләргә өйрәтеүе менән дә мөһим.
Шағирҙарыбыҙҙы, шулай уҡ, шағир булмаһа ла, шиғыр уҡырға, һөйләргә яратҡан дуҫтарыбыҙҙы ошо байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һәм комментарийҙарҙа туған телебеҙҙә үҙегеҙ яратҡан шиғырҙы яҙып ҡуйырға саҡырабыҙ.
ШАҒИРЛЫҠ
Шағирлыҡ – ул йөрәк телеп,
Ямау кеше яраларын.
Шағирлыҡ – ул тоташтырыу
Ер менән Күк араларын.
Шағирлыҡ – ул Туҡай, Бабич,
Шағирлыҡ – ул Рәми, Түләк...
Шағирлыҡ – ул бүләк түгел,
Алына ул ғүмер түләп!
Шағирлыҡ – ул бәхет түгел,
Шағирлыҡ ул – ҡорбан булыу!
Һыуға сарсап шиңгән гөлдәй,
Моңға сарсап, йырҙан һулыу!..
(Салауат ӘБҮЗӘР).
Фото: stihi.ru