Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған “Ижад балҡышы” конкурсында ҡатнашыусы Динара Аратова Нуриман районының Яңы Күл ауылынан. Ул клубта мәҙәни ойоштороусы булып эшләй.
Яратҡан эшенә ғаиләһен дә йәлеп итә. Аратовтар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023” республика конкурсының зона этабында “Ғаилә ижады” номинацияһында 3-сө урын алды.
Динара менән Руслан Аратовтар 17 йыл бергә йәшәй. Биш бала үҫтерәләр: Гүзәлиә, Азалия, Камила, Алтынай һәм Байрас.
Йолаларға тоғролоҡ һаҡлаған Аратовтар никах, исем ҡушыу һәм башҡа ғәмәлдәрҙе тейешле кимәлдә ойоштора.
Бынан тыш, ғаилә малсылыҡ менән шөғөлләнә, һыйыр малы, тауыҡ үрсетә, йәйгеһен өйрәк, күркә, ҡаҙ аҫрай, шуға күрә йыл һайын “ҡаҙ өмәһе” кеүек байрамдар үткәрәләр.
Динара Аратова башҡорт ҡатын–ҡыҙҙарының традицион биҙәүестәрен эшләү менән дә мауыға. Был шөғөлөндә уға шулай уҡ ире, балалары ярҙам итә. Ире тәңкәләр тишеп бирә.
- Түшелдеректәр, селтәр-һаҡалдар эшләгәндә балаларға халыҡ йолалары, тарихы һәм костюмдар, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм киләсәк быуындарға тапшырыу мөһимлеге хаҡында һөйләйбеҙ, - ти Динара Әмир ҡыҙы.
Фотолар: vk.com/id319164117