Бөтә яңылыҡтар

“Беҙҙә йыр-моңға ғашиҡ халыҡ йәшәй” – ти Хәйбулла район мәҙәниәт йорто методистары

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Хәйбулла районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре районда ғына түгел, республикала үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бөтә Рәсәй, төбәк-ара төрлө конкурстарҙа призлы урын яулап, район данын бар донъяға таныта.

 

“Мәҙәни” утрау

 

Хәйбуллалар – дәртле һәм талантлы халыҡ: улар йыр-бейеүгә маһир, ҡурайсылар төйәге, сәсән­дәр төбәге, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына тоғро, йәш талант­тарҙы күреү, үҫтереү йәһәтенән дә бихисап эштәр башҡарыла. Ауыл­дарҙа мәҙәниәт усаҡтары балҡып яна, төрлө мәҙәни саралар үтә, клубтар өр-яңынан реконструкциялана, яңы музыка аппараттары, сәхнә кейемдәре һатып алына. Халыҡтың рухиәт ҡанаттары тал­ма­һын өсөн район мәҙәниәт йорто­ноң методик бүлеге үҙе бер тотош мәҙәни “утрау”ҙы хәтерләтә. Бында үҙ эшенең оҫталары эшләй, район­дағы барлыҡ мәҙәни усаҡтар һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә эш алып бара, уларға бар яҡлап методик ярҙам күрһәтә.

Методик бүлектә бөтәһе биш методист эшләй. Улар – район мәҙәниәт йортоноң методик бүлек етәксеһе Гөлиә Иштанова, халыҡ ижады буйынса Миңзифа Ишемғо­лова, клуб эштәре буйынса методист Тамара Миңғәзова, Фәнисә Ҡыуандыҡова һәм инновацион технологиялар һәм мәғлүмәти-аналитик эш буйынса Вилә Ҡоҙабаева. Райондың методик бүлеге республикала иң алдынғылар рәтендә.

Бүлек етәксеһе Гөлиә Иштанова әйтеүенсә, Хәйбулла районының мәҙәниәт учреждениеларында былтыр 5 мең 901 сара үткәрелгән. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләре – билдәле ҡурайсылар Йомабай Иҫән­баев һәм Сәйфулла Дилмө­хәмәтов исемендәге приздарға республика, төбәк ҡурайсылар конкурсын, йыраусы сәсән Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге сәсәндәр, Әсмә Усманова иҫтәлегенә “Гәләбәш түңе буйында” милли кейем бәйгеләрен, төбәк-ара “Бөйөк дала” башҡорт рок-фестивален, һәр ауылда үткән брендлы байрамдарҙы индерергә мөмкин.

Әле район мәҙәниәт учреждениеларында 345 үҙешмәкәр халыҡ ижады түңәрәге эшләй, район мәҙәниәт йорто, 21 ауыл клубы, 26 ауыл мәҙәниәт йорто, һигеҙ ауылда күп функциялы клуб, 28 китапхана, шуларҙың алтауһы – моделле китапхана, ике балалар сәнғәт мәктәбе, тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы бар.

Райондың Әбүбәкер, Уфимка, Сиҙәм, Быҙаулыҡ, Мәмбәт, Маҡан, Ивановка һәм Федоровка ауылын­дағы күп функциялы клубтар заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Китапхана, ял, спорт һәм балалар­ҙың уйын бүлмәләрен үҙ эсенә алған мәҙәниәт йортонда һәр саҡ халыҡ теләп йөрөй, төрлө сара­ларҙа әүҙем ҡатнаша, түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Райондың мәҙәни тормошон үҫтереүҙә һәм уны респуб­ликаға танытыуҙа үҙ эштәре менән киң танылыу тапҡан, оҙаҡ йылдар эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, атап үткәндә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәниә Нураева (Маҡан), Әлфидә Ултыраҡова (Әбүбәкер), йәштәрҙән Милә Солтановаларҙы (Сиҙәм) яҡшы яҡтан ғына телгә алып китер­гә мөмкин. Шулай уҡ ир-егеттәрҙең дә мәҙәниәт өлкәһендә арымай-талмай эшләүҙәре хуплауға лайыҡ. Шундай ир-егеттәрҙең береһе – Аҡташ ауыл клубында эшләгән Илдар Әхмәҙиев.

 

Һәр саҡ бәйләнештә

 

Талапсан методик бүлек етәксеһе тырышлығы менән хәйбуллалар юғары үрҙәргә ирешә: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолған “Мәҙәниәттә инновациялар проектын тормошҡа ашырыу” республика конкурсында ҡатнашып 1-се урынға лайыҡ булһалар, “Оҫталыҡ сиктәре” республика конкурсында “Иң яҡшы мәғлүмәти-аналитик эш” номина­ция­һында уларға тиңләшеүсе та­былмай. Гөлиә Ғәйнислам ҡыҙы “Иң яҡшы мәҙәниәт методисы-2013” республика конкурсында ҡатна­шып, “Мәҙәниәт өлкәһенең иң яҡшы методисы” номинацияһында еңеү яулаған.

– Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, методистарҙан кәңәш йә ярҙам һорап телефондары туҡтамай ҙа. Һәр көн шулай. Кемдер концерт ҡуя, икенселәре ниндәйҙер сара үткәрә, өсөнсөләренә сценарий яҙыу буйынса кәңәш кәрәк. Бәғзе­ләренә хатта сәхнә костюмдары менән ярҙам итергә лә тура килә. Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йыл­дарҙа ауыл клубтарына йәки китапханаларға эшкә килергә атлығып торған йәштәр юҡ. Шуға күрә районда мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәренең барыһы ла үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләмәй, уларҙың күбеһе төрлө һөнәр эйәләре. Шунлыҡтан методик берекмәнең төп маҡсаты – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең белемен арттырыу, һөнәре буйынса кәрәкле талаптарҙы еткереү өсөн даими семинарҙар, һөнәрҙәренә ярашлы уҡыуҙар,төрлө оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар үткәреү. Һәр методист үҙенең йүнәлеше буйынса маҡсатлы эш алып бара, йыл аҙағында барлыҡ эштәрҙе һөҙөм­тәләр буйынса баһалап, иң-иңдәр­ҙе бүләкләү ҙә беҙҙең  ҡарамаҡта. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең методик бүлек – район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең төп таянысы, – ти Гөлиә Ғәйнислам ҡыҙы.

Татыу һәм берҙәм коллективта үҙ эшенең оҫталары эшләй. Мәҫәлән, 2022 йылда Миңзифа Ишемғолова 50 меңлек грантҡа лайыҡ булған һәм “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” республика конкурсында еңеү яулаған. Вилә Ҡоҙабаеваның һәр мәҙәни саранан шунда уҡ тура эфир үткәреп, һәр яңылыҡты көнөндә һәм минутында мәҙәниәт бүлегенең сайтына һалып барыуы, социаль селтәрҙәрҙә генә түгел, ә тотош бөтә медиа-интернет киңлегендә оҫта һәм тиҙ эш итеүе Хәйбулла районындағы мәҙәни сараларҙың ваҡытында яҡтырты­лып барыуында ҙур роль уйнай.

Фәнисә Ҡыуандыҡова мәҙәни сараларға “Пушкин картаһы” менән уҡыусылар һәм студенттарҙы йәлеп итеүҙә ғәйәт ҙур эш башҡара. Был йәһәттән бигерәк тә Бүребай, Маҡан, Федоровка, Әбүбәкер мәктәптәре әүҙем, ти ул.

Тамара Миңғәзова иңендә лә ҙур яуаплылыҡ ята: ул тотош ауыл клубтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. “21 быуат Клубок” республика конкурсында йыл һайын методик бүлек ярҙамы менән ауыл клубтары конкурста әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Мәҫәлән, Бәләкәй Арыҫланғол ауыл клубы, Бүребай, Маҡан, Уфимка ауыл мәҙәниәт йорттары һәм башҡа клубтар йыл һайын тиерлек үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә.

 

Эштәре баһалап бөткөһөҙ

 

Бүлек мотодистарын борсоған проблемалар ҙа юҡ түгел. Шулар­ҙың береһе, әлбиттә, кадрҙар мәсьәләһе. Бигерәк тә ауыл еренә эшкә атлығып барырға теләгән йәштәр юҡ. Шуға күрә күп кенә ауыл мәҙәниәт усаҡтарында күптән пенсияға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәр эшләй. “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәт­кәре” һәм “Иң яҡшы мәҙәниәт йорто” кеүек республика конкурстарын­да ҡатнашып, 100 һәм 50 меңлек гранттарға лайыҡ булыусылар ҙа юҡ түгел, әммә тап ауыл еренә ҡай­тып, ауыл тормошон гөрләтеп алып китерлек кадрҙар юҡ. Был йәһәттән күптән түгел Өфөлә үткән “АРТ-Ҡоролтай” форумында республика Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылда 30 мәҙәниәт хеҙмәт­кәре өсөн бер миллион һум күлә­мендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Һүҙ дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждение­ларының һөнәри белемле белгес­тәре, шулай уҡ балалар музыка, художество, хореография һәм сәнғәт мәктәп­тәренең педагогик хеҙмәткәрҙәре хаҡында бара. Бәлки, тап ошо дәү­ләт ярҙамы йәш белгестәргә ауыл еренә эшкә барырға дәртләндереү сараһы булмаҫмы икән тигән өмөт бар.

Йәнә шуны әйтергә кәрәк, Хәй­бул­ла районында һуңғы йылдарҙа мәҙәни сараларҙың үҙ тематикаһы барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, халҡы­быҙ­ҙың көнкүреш йолаларын са­ғыл­дырған “Ҡорот байрамы” (Һаҡмар-Наҙарғол), “Талҡан байрамы” (Юлбарыҫ), “Һыйлы көнөм һыйырҙа” (Аҡташ), “Буҙа байрамы” (Иләс) байрамдары үтһә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың шөғөл-кәсебен күрһәт­кән “Ҡорама – күңелем биҙәк­тәре” (Мәмбәт), “Вәзәм һуҡма шәлдәре”, кейеҙҙән түбәтәйҙәр эшләү (Бәләкәй Арыҫланғол ауылы), “Сәк-сәк байрамы” (Атингән), “Ҡомалаҡ икмәк бешереү сере” (Сәғит), таҫтамал сигеү (Турат), тиҙәк һуғыу йолаһы (Әҙел), самандан өйҙәр һалыу (Яңы Ергән), ижади проекттар “Парлы һандуғастар” (Йәнтеш), “Уйна, гармун” (Подольск), “Мөнәжәт һөйләүселәр конкурсы” (Вәлит) кеүек мәҙәни саралар үткәрелә.

Турат ауыл клубы янында эшләп килгән “Етегән” (етәксеһе – Зилә Шәрипова) һәм Әбүбәкер күп функциялы клуб янындағы “Ташлы буйы ынйылары” (етәксеһе – Әлфидә Ултыраҡова) халыҡ фольклор ансамблдәре бик уңышлы эшләй. Шулай уҡ районда сәсәндәр һәм ҡурайсылар мәктәбе күсәгилешлеге дауам ителә, халҡыбыҙҙың онотола барған йолалары тергеҙелә һәм йәш быуынға еткерелә. Был эштәрҙең барыһында ла методик бүлек методистарының оло хеҙмәте һалынған. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һаҡлап ҡалыуҙан башлап, бөгөнгө заман мәҙәниәтен халыҡ араһында таратыуҙа һәм еткереүҙә улар башҡарған эштәр баһалап бөт­көһөҙ.

Йондоҙҙоң биш мөйөшө кеүек балҡып, бар район мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур көс һалған, күп осраҡта хеҙмәттәре күренмәй, хатта баһаланмай ҡалған Хәйбулла ра­йон мәҙәниәт йортоноң методис­тарын Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәре көнө менән ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

- Кәримә Усманова

Читайте нас: