Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды йыл да үткәрелгән Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ текстарға конкурс иғлан итә.
Конкурсҡа өс йүнәлештә текстар ҡабул ителә:
l башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн (220 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) – Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылына арналған текст;
l башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) – Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланған текст;
l башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) – Фән һәм мәғариф йылына арналған текст.
Эштәрҙе [email protected] электрон почтаһына 3 апрелгә тиклем ебәрә алаһығыҙ.
Еңеүселәрҙе аҡсалата бүләк көтә.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА