Бөтә яңылыҡтар

Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған "Ижад балҡышы" конкурсы һөҙөмтәләре билдәле булды

Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

25 мартта Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан төркөмөбөҙҙә иғлан иткән “Ижад балҡышы” конкурсы аҙағына ла етте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан 16 мәҙәниәт хеҙмәткәре көс һынашты. Уларҙың һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы, еңеүгә һәм ихтирамға лайыҡ.

Конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш биргән бар дуҫтарыбыҙға ла рәхмәт! Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!

Конкурс шарттары буйынса еңеүселәрҙе билдәләргә ваҡыт етте.

Шулай итеп:

III урынды Учалы районы Иҫке Байрамғол мәҙәниәт йортонда 2012 йылдан художество етәксеһе булып эшләүсе Әлфиә Ҡорамшина яуланы!

II урында – Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Лена Алсынбаева.

Бәйгебеҙҙең еңеүсеһе, I урынға сыҡҡан ҡатнашыусыбыҙ – Бәләбәй районынан “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең «Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ ансамбле етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова.

Еңеүселәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Алда һеҙҙе яңы үрҙәр, оло ҡаҙаныштар көтһөн, ғаилә именлеге, һаулыҡ теләйбеҙ!

Конкурстың һөҙөмтәләренә һылтанма: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6411cd7047f1ab2f3745fc53

Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: