Бөтә яңылыҡтар

Өмөт (Хикәйә)

Институтта уҡытҡан танышым менән шахмат уйнарға яратабыҙ. Дуҫ та, коллега ла түгел, бары йыш осрашып, аралашып йәшәгән яҡшы таныш. Беҙҙе фәҡәт ошо интеллектуаль уйын яҡынайта, берләштерә. Шәмбе көн иртә менән мәҙәниәт йортона барабыҙ ҙа ике-өс сәғәткә шахмат клубының аулаҡ мөйөшөн биләйбеҙ. Ҡамасаулаусы, урынлы-урынһыҙға бимазалаусы юҡ. Партнерым аҙ һүҙле, тыныс фиғелле, төп эше хаҡында, үҙенә ҡағылышлы ниндәй ҙә булһа өҫтәмә мәғлүмәтте һөйләй һалып бармай. Ҡымтыҡ йоҡа ирендәре, шешенке ҡабаҡтар аҫтына боҫҡан төҫһөҙ күҙҙәре, эскә тартылып соҡорайған ас яңаҡтары серен эсенә йәшерә белгән йомоҡ кешенеке. Бар ғәме – алдындағы аҡлы-ҡаралы шаҡмаҡтарҙа, комби­нацияға ярашлы урынлаш­ты­рылған фигураларҙа. Беҙ, ғәҙәттә, блиц уйнайбыҙ. Партияларҙы бик йыш мин отам, сөнки партнерым икеләнеп оҙаҡ уйлай ҙа, цейтнотҡа эләгеп, сәғәттәге “флаг”ы ҡолай. Шулай ҙа иғтибарһыҙлығым арҡаһында ҡайһы берҙә ничьяға уйнап йә еңелеп ҡуйһам, теге атҡа менгәндәй ҡыуанып китә:

– Кем менән сәкәләшкәнегеҙҙе беләһегеҙме, ҡаршыма ултырыр­ҙан алда уйнарға өйрәнергә ине башта! – тип кәпәренә.

Хәйер, шахмат хаҡында һүҙ барғанда, ул, киреһенсә, һүҙсәнгә әүерелә, бәхәсләшеп, ғәҙеллек даулап, сеп-сей булып талашып китеүҙән дә тартынмай.

Бөгөн ул, шәмбе көн иртә менән, шарт ҡуйышмаһаҡ та, шылтыратты:

– Хәйерле иртә, хөрмәтле яҙыусы әфәнде, мат алырға ҙур сумка әҙерләгәнһегеҙҙер?

– Юҡ шул, миндә бәләкәй барсетка ғына. Ҡалғандарын һеҙҙең оло күн портфелегеҙгә нышып тултырырбыҙ, – тинем. – Бер сәғәттән барып етермен!

– Слушай, давай беҙгә кил! Ҡатын командировкала. Шәп кофенан да ауыҙ иттерермен!

– Ҡунаҡҡа саҡыраһығыҙ, әләй­гәс?

– Дөрөҫөрәге, аулаҡҡа.

– Тик бер генә шарт: хужа – ҡунаҡтың ишәге, тип минән еңелеү талап итмәгеҙ бер үк, холҡомдо беләһегеҙ!

– Килештек!

Бына мин уның өс бүлмәле фатирында. Ҡыҫҡа буйына һөйрәлтеп йомшаҡ халат кейеп, аяҡтарына шипатайҙар ҡатҡан фатир хужаһы пеләш башын ҡырын һала биреп, үткелеккә үк килеп ҡосаҡлап, ирәбе йылмайып ҡаршы алды ла шунда уҡ эргәһендәге бүлмәнең ишеген асты:

– Тотош фатирҙы күрһәтеү һеҙгә кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгелдер, ярты ғүмерем үткән эш өңөмә рәхим итегеҙ!

Ҡаршы яҡтағы тәҙрәһенә затлы шторалар эленгән урта ҙурлыҡтағы бүлмәнең ике яғын шкафтарға теҙелгән китаптар биләгән. Уң яҡта – йомшаҡ күн диван, ҡәнәфиҙәр, журнал өҫтәле, тәҙрә яҡ мөйөштә – компьютер өҫтәле.

– Өңөңдө әйтәм, арҙаҡлы фән кандидаты, бик тә күркәм. Ә китаптарыңдың күплегенә килгәндә, докторлыҡ диссертацияһын яҡ­ларға етерлек.

– Монография әҙер, тик гәзит-журналдарҙағы публикациялар ғына тотҡарлай эште. Өлгөрөрмөн тимә: лекциялар, зачеттар, имтихандар…

– Ауыры ауған, фәнни хеҙмәт әҙер, тиһегеҙ бит, ҡалғаны әк­ренләп. Ә ваҡыт етмәүгә килгәндә, кәңәшем шул, һеҙгә шөһрәт тә, дан да, билдәлелек тә килтермәгән шахматты әҙерәк уйнағыҙ.

– Бына унан һис айырыла алмайым. Йәшәүемдең бер өлөшө бит ул шахмат, мейене ял итте­реүсе, тормош проблемаларын аҙға ғына булһа ла оноттороп тороусы бер сара. – Ҡойолдораһынан хәбәр һөйләүсе аптыраңҡырап төбәлеүемде шундуҡ аңлап та алды. – Фатирыма саҡырып та ауыҙыма йөҙөк йәшерәйемме? Кемдер әңгәмә ҡорорға, уны күтәрмәләргә тейештер бит?

– Һис һүҙһеҙ!

– Значит, ҡәҙерле ҡунаҡ, ҡулайлап диванға урынлашығыҙ, хәҙер вәғәҙәләгән кофены бында ғына килтерәм. Бәлки, ҡандала тәме килгәндән ауыҙ итербеҙ, саманан ашырмай ғына?

– Уҙған быуат аҙағында уҡ ташлаған нәмәне тәҡдим итмәҫкә лә мөмкин!

– Биғәйбә. Мәйелегеҙ. 

Хужа сығып китеүе булды, асыҡ ишектән килеп ингән ҙур, инһеҙ аҡ бохар бесәй абруйлы атлап яҡынланы ла, ҡабаланмай ғына эргәләге ҡәнәфи өҫтөнә менеп ҡунаҡлап, ни эшләп ваҡытһыҙ йөрөйһөң әле бында, тигәндәй, йәшел күҙҙәрен ялтлатып төбәлде. Яратмай, екһенеп ҡарай һымаҡ.

– Таныш булығыҙ, беҙҙең ғаилә ағзаһы Өмөт, – тине килешле һауыттар, ашамлыҡтар ҡуйылған батмус тотоп килеп ингән  хужа. – Бик зыялы, аҡһөйәктәр нәҫеленән. Ул үҙенең урынын, дәрәжәһен, абруйын белә. Беҙгә ҡамасауламаҫ.

– Өмөт?! Аҡ өмөт була инде!

– Бәлки.

– Исемен әйтәм, сәйерерәк ишетелә, эттәрҙе, бесәйҙәрҙе ғәҙәттә икенсерәк атайҙар түгелме?

Фатир хужаһы боҫрап торған хуш еҫле кофены алдыма ул­тыртҡас һорай ҡуйҙы:

– Иң әүәл шахмат уйнайбыҙмы, әллә баштан үткән бер хәл хаҡында һөйләйемме?

– Мат алырға өлгөрөрһөгөҙ, әйҙәгеҙ, мөмкин булһа икенсеһенән башлайыҡ! – Кофенан ауыҙ иттем дә, иғтибар менән тыңлаған­лығымды белгертеп, ҡулдарымды ҡаушырҙым.

– Эт ояһында көслө, тиҙәрме әле, күр ҙә тор, бөгөн шахмат таҡтаһы артында туҙҙырам, пыран-заран килтерәм!

– Кемдең көслө икәнлеген уйын күрһәтер. Теге тарихты һөйләгеҙ инде?

Ҡорбанының еҫен тойомлап өлгөргән ҡырағай кейектәй, һөйләнеләсәк хикәйә тотошлайы менән булмышымды солғап алғайны инде.

Хужа ла эргәләге ҡәнәфигә ялпашып, минең яҡҡа аушайыңҡырап ултырып хәбәргә күсте:

– Был бесәйҙең яҙмышы туранан-тура кешенекенә, дөрөҫөрәге, бала яҙмышына бәйле, яҙыусы булараҡ, бәлки, берәй әҫәрегеҙгә керетеп ебәрерһегеҙ. Килеп сыҡмаһа, ғибрәтле ваҡиға итеп тыңлағыҙ ғына. Бынан өс йыл элек ҡаты сирләп киттем. Көтмәгәндә, тип әйтә алмайым, сөнки электән үк бөйөрҙәрҙә таш барлығын белә инем. Төн уртаһында өйәнәк тотто бит, ҡороғор, тын алырмын тимә, бөгәрләп йыҡты. Ҡатын шунда уҡ шылтыратты, “Тиҙ ярҙам”дың носилкаһына һалып, ҡала дауа­ханаһына алып киттеләр. Ары – анализдар, иртәгеһенә үк – дөйөм наркоз менән операция. Операция яһаусы табип һуңынан күрһәтте – ике бөйөрҙән бер устай таш алғандар бит, үҙемде эскерле әҙәмгә иҫәпләмәйем, әммә әйтәм, “носить камень за пазухой” тигәндәре ошо булалыр, күрәһең. Өсөнсө көнгә наркоз шауҡымынан айнып, яра урынын ҡармап тотоп, хирургия бүлегенең оҙон коридорына сыҡҡайным, бала тауышын ишетеп, һиҫкәнеп киттем. Теге эргәмә үк, терәлеп тиерлек килеп баҫҡан, имеш:

– Ағай, һеҙҙең менән йоҡлайым инде бөгөн?! – Бер ни ҙә аңла­мағанымды күргән алты-ете йәштәр самаһындағы сибек кәүҙәле, ҙур йәшел күҙле ир бала өҫтәп ҡуйҙы. – Тыныс ҡына йоҡлармын, һеҙгә ҡамасауламай ғына… – Мәленән алда ҡырҡа баш тартып ҡуймаһын, тигәндәй, тилмереп ҡарай.

– Улым, һин ҡайҙан?

– Приюттан килтерҙеләр. Һуҡыр эсәгемде ҡырҡтылар бында.

– Исемең нисек?

– Өмөт.

Ғәҙәти булмаған тәҡдимгә ни тип яуап бирергә белмәгәнлектән, уратып-ситләтеп ҡотолмаҡ булдым:

– Әле иртә бит әле, көн яңы башланып ҡына тора. Йоҡларға ла. Төштән һуң хәл итербеҙ.

– Алдамаҫһыңмы?

– Әпәкәй менән ант итәм!

– Палатам анау ерҙә, – коридорҙың осона төрттө, – инһәң, ишек төбөндәге карауат минеке. Килереңде көтөрмөн! – Бала яҡын итеп, үҙ итеп шулай тине лә коридорҙың икенсе осона ҡарай йүнәлде, ә мин үтенесте аҙағынаса төшөнмәйенсә, аңҡы-тиңке килеп тороп ҡалдым.

Перевязка мәлендә шәфҡәт туташынан һорай ҡуйҙым:

– Кем һуң әле ул Өмөт?

Шәфҡәт ту­та­шының йөҙөнән һағышлы, моңһоу йылмайыу йүгереп үтте:

– Ауыл балаһы. Приютта йәшәй хәҙер. Аҙна элек аппендицитҡа операция яһағайнылар. Илгәҙәк, һөйкөмлө, тағы нескә күңелле, рәнйеүсән, тәбиғәттән бирелгән зыялылығы ла бар. Яңғыҙым ҡурҡам, тип гел генә йоҡларға кеше эҙләй. Беренсе көн операциянан һуң булһа ла, иламһырағас, бер ағай менән йәнәш һалдыҡ, ул сыҡҡайны, аяғы һынған бабайға күсте, бөгөн ул да ҡайта. Өмөттөң бар белгәне – бына ошолай кеше эҙләү. Тағы бындағы медперсонал уға күстәнәстәр ташыйбыҙ, ә ул ашарға ашыҡмай, килтергәнебеҙҙе одеалы аҫтына һала, атайым-әсәйем килһә, бергәләп тәмләрбеҙ, ти. Бына ошондай ҡыҙғаныс күренеш әле беҙҙә. Ә хоҡуҡтарынан яҙҙырылған ата-әсәһе килмәҫтер инде. Килмәҫтәр… Йөрәктәре әрнемәйме икән иманһыҙҙарҙың, баланы яҙмыш ҡосағына ташла ла сыҙап ят, имеш! Бына бит эскелек ниндәй кимәлгә төшөрә әҙәм балаһын! Ә бит һөйләүҙәре буйынса, әсәһе уҡытыусы, атаһы Себер тарафтарына вахтаға йөрөп эшләгән. Хәҙер икеһе лә өйҙә, эшһеҙ, ти, бар белгәндәре – өй беренсә араҡы теләнселәү. Улай тиһәң, хәҙер ауылдарҙа эш бармы икән ул? Шуға ла өмөттән яҙған халыҡ эскелеккә бирелгән… –  Эшен тамамлап сығыр саҡта өҫтәп ҡуйҙы. – Зинһар, унан баш тартмағыҙ. Әгәр ризалашмаһағыҙ, беҙгә икенсе берәүҙе эҙләргә тура киләсәк, таба алмаһаҡ, бала коридорҙа ултырып таң ат­тырасаҡ…

 - Хәйҙәр ТАПАҠОВ

(Дауамы бар).

Читайте нас: