Бөтә яңылыҡтар

“Салауат мираҫы”

Был конкурс-фестиваль унынсы тапҡыр уҙған.

Мәҙәниәт министрлығы сайты
Фото:Мәҙәниәт министрлығы сайты

Салауат ҡалаһында X “Салауат мираҫы” төбәк конкурс-фестивале үткән. Унда биш йәшлек бәләкәстәрҙән алып 25 йәшкә хәтлем йәштәр ҡатнашҡан. Был хаҡта республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итәләр.

Конкурста ҡатнашыусылар – төрлө тарафтарҙан: Ауырғазы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мишкә, Стәрлебаш, Федоровка райондары, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Күмертау, Октябрьский, Өфө ҡалалары.

Конкурста ҡатнашырға 230 ғариза алынған, дөйөм конкурсанттар һаны 1450-гә барып еткән. Бар номина­ция­ларҙағы төп бүләк – Гран-при Салауат ҡалаһы вәкилдәренә тапшырылған. “Вокал” номинацияһында – Самир Латипов, “Һынлы сәнғәт”тә – Валерия Палаева, “Инструменталь жанр”ҙа – Лилиана Мәҡсүтова, “Хореография”ла – “Родничок” өлгөлө хореография ансамбле.

“Салауат мираҫы” конкурс-фести­валенең маҡсаты – талантлы башҡа­рыусылар һәм ижади коллективтарҙы асыҡлау, ҡатнашыусыларҙы республика, ил кимәлендәге сараларға әҙерләү, ижади бәйләнештәр булдырыу. Ойоштороусылары – Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Салауат ҡалаһы хакимиәте.

Р. ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас: