Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта
Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!
Рәми Ғарипов.
Шағирҙарҙы оноторға ярамай, бигерәк тә иҫән сағында дан-шөһрәт ҡаҙанып, том-том китаптарын сығарып, кинәнеп йәшәргә насип булмай, үгәйһетелеп, үкенесле ғүмер кисергәндәрен. Рәшит Әхтәриҙең дә тормош юлын байҡап үтеү кәрәктер, сөнки заманында сәсәндәр араһындағы бәйгелә беренсе урынды алған, поэмалары, очерктары тәүге премиялар яулаған, халыҡ тарихын тергеҙгән, бәшнәктәр (печенегтар) тураһындағы берҙән-бер эпосты һәм халыҡ ижадының башҡа өлгөләрен хәтерендә һаҡлап ҡалған, меңдән берәүгә бирелә торған һәләттәргә эйә булып, донъяға килгән кешенең яҙмышын белеүселәр аҙҙыр.
“Үҙ телем юҡмы ни?”
Рәшит Әхтәри (Рәшит Минһаж улы Әхтәров) Мәсетле районының Ишәле ауылында заманына күрә уҡымышлы ғаиләлә тыуған. Ҡартинәһе Бибикамал (Әбдрәхим ауылы ҡыҙы) халыҡ ижадын яҡшы белгән тел оҫтаһы була, ейәненә әкиәт, ҡобайырҙар һөйләп ҡалдыра. Инәһе Зәйтүнә – “Ғәлиә”, “Рәсүлиә” мәҙрәсәләрендә белем алған Ҡөрьән-Хафиза, атаһы Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Башҡортостандың төрлө райондарында балалар уҡытҡан. Уларҙың әйткән һүҙҙәре елгә осмай, отҡор Рәшит ишеткән-күргәнен хәтеренә һеңдерә бара.
Теләш ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, аяғына сабата кейгән, арҡаһына биштәр тоҡ аҫҡан өс класташ егет −Тәлғәт Сөнәғәтов, Миңлеғәле Төхвәтов һәм Рәшит Әхтәров уҡырға сығып китә. Уйҙары Мәсәғүт ауылына етеп, төньяҡ-көнсығыш райондарында берҙән-бер уҡыу йорто булған башҡорт педагогия училищеһына инеү була. Тәлғәт Ғәтиәт улы һөйләүенсә, Ләмәҙтамаҡ ауылына барып еткәс, Рәшит: “Ни эшләп мин урыҫса уҡырға тейеш әле, үҙ телем юҡмы ни?” – тип, ярты юлда тороп ҡала.
Ары атлаған егеттәрҙең дә яҙмышын аныҡлап китәйем: Тәлғәт Ғәтиәт улы Балаҡатай, Мәсетле райондарында тарих фәненән уҡытты, директор вазифаһында эшләне, ә Миңлеғәле Бәҙретдин улы математика фәне менән шөғөлләнеп, профессор дәрәжәһенә күтәрелеп, юғары уҡыу йорттарында белем бирҙе.
Ә Рәшит Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә уҡыған йылдарында уҡыусылар, уҡытыусылар хәтерендә үткер егет булып тороп ҡалған. Хеҙмәт ветераны, уҡытыусы Иҙелман Ҡазыев (Йонос ауылы) былай тип һөйләй: “Рәшит юғары кластарҙа пионервожатый булды, бик шәп ойоштороусы ине, төрлө класс уҡыусылары һәр ваҡыт уға эйәреп кенә йөрөнө. Шахмат турнирҙары, математика буйынса үткәрелгән ярыштар бик ҡыҙыҡлы, көсөргәнешле була торғайны. Беҙ уны математик булыр тип уйланыҡ”.
Мәктәп тамамлағанда уҡытыусылар, рәхмәт йөҙөнән, уға фуфайка һәм салбар алып бирә. Дүрт килограмм он өсөн айына ун көн фермала тиҙәк таҙартып йөрөгән егеткә был бик ҙур бүләк була. Ҡулына урта мәктәпте тамамлау тураһында таныҡлыҡ алғас, хеҙмәткә алынғанға тиклем ул өс йыл Теләш һәм Әбдрәхим мәктәптәрендә уҡыта.
Артиллерияла тоҫҡаусы булып хеҙмәт иткән һалдатҡа Төньяҡ Кореялағы һуғышта ҡатнашырға тура килә. Ҡайтҡас, БДУ-ға уҡырға инмәҫ борон, ул тағы мәктәптә эшләп ала. 1960 йылда университетты ғына түгел, ауыл хужалығы институтының зоотехния һәм ветеринария факультетын да тамамлай. Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге академияла тәжрибә туплай. Ошо йылдарҙа ул үҙаллы инглиз телен өйрәнә һәм оҙаҡ йылдар инглиз телендә гәзит алдырып, тыңлаусыларға тәржемә итеп, башҡортса һөйләй.
Студент йылдарында “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Пионер” журналдарының мәктәп һәм пионер ойошмаһы бүлегендә эшләй, артабан мөхәррир урынбаҫары, яуаплы секретарь, “Ағиҙел” журналында әҙәби хеҙмәткәр була. Шиғырҙары матбуғатта баҫылған, фельетон, памфлет кеүек жанрҙарҙа ла уңышлы ижад иткән, тәржемә өлкәһендә лә маһирлығын күрһәткән һәләтле егетте “Совет Башҡортостаны” гәзитенә эшкә саҡыралар. Ошо осорҙа телевидениела ла төрлө тапшырыуҙар алып бара.
Үкенесле ике яҙмыш...
Уның тормош юлын ҡырҡа бороп ебәргән артабанғы ваҡиғалар хаҡында шағир бына нимә ти:
Атам-әсәм тапты мине,
Халҡым күккә атты мине,
Дошмандарым дүрт тиҫтә йыл
Ауыҙымды япты минең.
Уның алдындағы шарран асыҡ ишектәрҙең томаланып китеүенең сәбәбе “Совет Башҡортостаны” гәзитендә “Партия һәм халыҡ берлеге” исеме аҫтында милли мәсьәләләргә арналған теоретик мәҡәлә була. Унда күтәрелгән һорауҙар партияның Өлкә комитеты идеологтары тарафынан Ленин һыҙған юлдан ситкә тайпылыу тип табыла, һәм уны, милләтселектә ғәйепләп, партбюрола тикшереп, партиянан һәм эшенән сығаралар, фатир асҡысын тартып алалар, нәшриәттә бына-бына сығырға торған китабын нәшерҙән алалар. Ул баҫылмайынса ҡала һәм артабан юҡҡа сыға.
Әлбиттә, гәзиттең ошо һаны сыҡҡанда, Рәшиттең эргәһендә олораҡ, тәжрибәлерәк берәй хеҙмәттәше булһа, уны туҡтатыр ине, тик, үкенескә ҡаршы, байрам көндәре булып, гәзитте баҫырға ул үҙе ҡул ҡуя. Бәлки, был мәҡәлә булмаһа, башҡа сәбәптәр ҙә табылыр ине, сөнки милләтем, туған телем тип янған шағирҙар ул заманда етәкселеккә бик ярап етмәй, уларҙан тиҙерәк ҡотолорға тырышалар.
1963 йылда Рәшит, сумаҙанын тотоп, Сулея станцияһына килеп төшкәндә, шул уҡ һуҡмаҡтар буйлап тыуған яғына ҡайтҡан Рәми Ғарипов та икенсе йыл “Йүрүҙән” колхозында һәм “Һарғамыш” совхозында комсомол етәксеһе булып эшләп йөрөгән була. Был йылдарҙа ул ике тапҡыр Рәшит янына килеп китә. Көндөҙ дуҫтар Тирмән тауына менә, шишмәгә төшә, ә кис халыҡ менән осраша. Был көндө ауыл клубында халыҡ шығырым тулы була, шағирҙарҙы сәхнәнән төшөрмәйҙәр, улар алмаш-тилмәш шиғыр уҡый. Үкенесле ике яҙмыш...
Бәхеткә күрә, Рәми Ғарипов кире Өфөгә килеп, ижад менән шөғөлләнә ала, байтаҡ китаптар сығара, ә ҡанаты ҡайырылған Рәшит Әхтәри ауылда ҡала һәм 20 йыл балалар уҡыта. Уҡытыусылыҡ менән ижадты тиң алып барыу бик ҡатмарлы, сөнки мәктәп эше кешенең бар булмышын талап итә, ал да, ял да юҡ. Дәрестәрҙән тыш, төрлө түңәрәктәр алып барыу, байрамдар үткәреү, класс етәксеһе булараҡ каникулда тарихи урындарға экскурсиялар ойоштороу... Осһоҙ- ҡырыйһыҙ эш. Рәшит ағайҙың өлкән класс уҡыусылары менән баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә саҡта төшкән фотоһүрәттәрен ҡарап, аптырап ҡалаһың. Нисек өлгөргән?! Ул бит һәр ваҡыт яҙҙы. Яҡын-тирә ауыл халҡы уның шиғыр, фельетон, очерктарын уҡып барыу өсөн генә гәзит-журналдарға яҙылып, һәр һанын көтөп алды.
Мираҫы ваҡыт һынауын үтте
Етмешенсе йылдарҙа ул беҙҙең класта тарих дәресен алып барҙы. Уҡытыуҙа уның үҙенә генә хас алымдары бар ине. Бер ҡасан да балаға, һин наҙан тип, “икеле” ҡуйманы, тәртип боҙҙоң тип мөйөшкә баҫтырманы. Класҡа шәп-шәп атлап инеү менән һөйләй башлай. Беҙ нимәлер яҙғанда йәки китап менән эшләгәндә, тәҙрә эргәһенә килеп, моңһоуланып тышҡа ҡарап тора. Мәктәп тау башында ултырғас, әллә ҡайҙағы урман ҡаплаған тауҙар күренә ине. Бышылдашып ултырыусыларға осҡон сәсеп торған ҡарашын ташлауы хәтерҙә ҡалған. Ул китап-дәфтәр күтәреп йөрөмәне, журналды ла сирек аҙағында ғына индереп, хәтеренән генә билдәләрҙе теҙеп сыҡты. Һәр яҡтан да сынъяһау булды тип әйтмәйем, төрлө саҡтары булғандыр, әҙәм балаһын ҡалыпҡа тура килтереп кенә әүәләмәйҙәр. Әммә шуныһы: уның белеме икһеҙ-сикһеҙ даръяға тиң ине, һәм ул шул диңгеҙҙә ҡолас ташлап йөҙҙө.
Энциклопедик ғилем эйәһе булыуын иҫкә алһаҡ, халыҡ ижадын яттан көндәр буйы һөйләй алыуын әйтһәк, аяҡ өҫтө шиғырҙар сығарыуын уйлаһаҡ, нимә генә ҡалған һуң шундай һәләтле кешенән, тип уйға ҡалаһың. Шағир Ҡәҙим Аралбайҙың уға яҙған хатынан өҙөк: “Әле архивты аҡтарғанда һинең “Ленин ордены” тигән поэмаң (“Совет Башҡортостаны”) һәм икенсе гәзиттә бер шәлкем шиғырҙарың килеп сыҡты. Шуларҙы уҡып, йәнә йән әрнеп китте: ҡайҙа һуң был Рәшит ағай, ниңә тағы юғалды талантлы шағир, ҡайҙа китабы?”
Сыҡты шағирҙың китабы. Уның мәшәҡәттәре менән иҫән сағында ҡатыны Рәйсә ханым йөрөнө, Өфөгә нисә барып, нисә ҡайтҡандыр, ниндәй тойғолар кисергәндер?! Тик шундай китаптың сығыуын ғүмере буйы көттөмө икән ул? Төрлө йәштәге авторҙар менән берлектә “Беҙ егет затынан” (Өфө, “Китап”, 1993), шағирҙың үҙенә күрергә яҙмаған “Йылъяҙма” (“Көҙгө ташҡын” шиғырҙар йыйынтығы, “Китап”, 1997), “Минең йырҙарым” (“Китап”, 2009). Шулар араһында бары һуңғыһы ғына – авторҙың айырым китабы.
Әлбиттә, том-том әҫәрҙәр ижад итеп тә онотолған, бер китабы менән генә халыҡ хәтерендә йәшәгән яҙыусылар бар. Хәҙер уның ҙур булмаған мираҫы ваҡыт һынауын үтте. Яҡташтары үҙенең шағирын онотмай, Мәсетле районында уның исемендәге премия булдырҙылар, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары балаларҙы ижады менән таныштыра, китапханаларҙа шағир исемен тергеҙеп, төрлө саралар үтә. Тап ошо ваҡытта уның шиғырҙары, поэмалары, балалар өсөн яҙылған әкиәттәре айырым бер зауыҡлы китапҡа тупланып, үҙ уҡыусыһын тапһа, белгестәр тарафынан өйрәнелһә, илем, телем тип янып йәшәгән кешенең рухы шатланыр ине.
- Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА