Бөтә яңылыҡтар

Талантлы балаларға уңыш йылмайҙы

Йәш талантты еңеүе менән ихластан ҡотлайбыҙ, киләсәктә уға ҙур уңыштар юлдаш булһын

Талантлы балаларға уңыш йылмайҙы
Талантлы балаларға уңыш йылмайҙы

Салауат ҡалаһының "Нефтехимик" мәҙәниәт һарайында Рәсәйҙә педагог һәм остаз йылына, Башҡортостан республикаһында бәләкәй Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына һәм Салауат ҡалаһының 75 йыллығына арналған "Салауат мираҫы" X Төбәк фестиваль-конкурсының гала-концерты үтте. Мәләүез ҡалаһынан “Задоринка” өлгөлө бейеү ансамбле солисы Самир Латипов (етәксеһе Алевтина Шиханова) 1-се дәрәжәле лауреат, ә “Вокал” номинацияһында Гран-при исеменә лайыҡ булды. Йәш талантты еңеүе менән ихластан ҡотлайбыҙ, киләсәктә уға ҙур уңыштар юлдаш булһын, тип теләйбеҙ!

"Салауат мираҫы" юбилей фестивалендә  Ауырғазы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мишкә, Стәрлебаш, Федоровка райондарынан, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан 1 500 талантлы конкурсант ҡатнашҡан. Конкурста 5 йәштән 25 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар үҙҙәренең ижады менән "һынлы сәнғәт", "инструменталь жанр", "хор йырлауы", "вокал", "хореография", "оригиналь жанр йүнәлештәре буйынса уртаҡлашты.

Тантаналы гала-концерт сағыу һәм бай булды. Өс сәғәт дауамында мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә талантлы конкурсанттар сыҡты, улар тамашасыларҙы һәм жюри ағзаларын үҙҙәренең иҫ киткес сығыштары менән ҡыуандырҙы.

 Мәләүез ҡалаһынан “Задоринка” өлгөлө бейеү ансамбле солисы Самир Латипов (етәксеһе Алевтина Шиханова) 1-се дәрәжәле лауреат, ә “вокал” номинацияһында Гран-при исеменә лайыҡ булды. Йәш талантты еңеүе менән ихластан ҡотлайбыҙ, киләсәктә уға ҙур уңыштар юлдаш булһын, тип теләйбеҙ!

Талантлы балаларға уңыш йылмайҙы
Талантлы балаларға уңыш йылмайҙы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: