Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән үткәрелгән фестивалдә еңеүсе исеменә быйыл Башҡортостандан ике коллектив дәғүә итә. Улар – Белорет ҡалаһынан “Диалог” театр-студияһы һәм Бишбүләк районынан “Кулиска” өлгөлө театры.
Әйткәндәй, Башҡортостан быға тиклем еңеүселәр рәтендә булып өлгөрҙө лә инде – былтыр Салауат башҡорт драма театры янында Радик Ғәлиуллин етәкселегендә эшләп килгән “Арлекин” балалар театр студияһы икенсе урын яулап, яңы спектакль ҡуйыр өсөн 150 мең һумға эйә булһа, Башҡорт дәүләт университетының Әлфиә Минһажева етәкселегендә “Осҡон” студенттар ҡатнашлығында башҡорт халыҡ театр студияһы (Өфө ҡалаһы) өсөнсө урынға сығып, шулай уҡ спектакль ҡуйыр өсөн 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булдылар.
Быйылғы фестивалгә әйләнеп ҡайтҡанда, Башҡортостан сарала былтырғы фестиваль көндәлеге буйынса видеосәйәхәт һәм әлеге ҡатнашыусылар буйынса үҙ рейтингын тәҡдим итергә уйлай.
Һүрәттә: фестивалдең былтырғы еңеүселәре Салауат башҡорт драма театры янында Радик Ғәлиуллин етәкселегендә эшләп килгән “Арлекин” балалар театр студияһы эшен тәҡдим иткән мәл.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.