Бөтә яңылыҡтар

Уйна, ҡурай!

Бөгөн ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың концерты була.

kulturarb.ru
Фото:kulturarb.ru

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында билдәле ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың ҙур концерты үтә. “Ер рухы” тип аталған тамаша тыңлаусыларҙы тылсымлы музыка донъяһына алып инеп, башҡорт ҡурайының заманса яңғырашын ишетергә мөмкинлек бирәсәк. Кисәлә ҡурайсының ижади дуҫтары ла ҡатнаша, улар араһында популяр башҡорт эстрада йырсыһы Рәфис Сирусин, ҡылҡумыҙсы Зәлиә Ғәниәтуллина бар.

Юлай Ҡасимов – Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы, республиканың алдынғы ҡурайсыларының береһе. Ул халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, республика конкурстары еңеүсеһе. Рәсәй ҡалалары, яҡын һәм алыҫ сит илдәр буйлап гастролдәрҙә йөрөй.


Музыканттың ижади эшмәкәрлегендә бөгөнгө яңғыҙ концерт – өсөнсөһө. Тамашаға атама Рәшит Зәйнетдинов һәм Георгий Калитовтың ошо исемле картинаһынан илһамланып һайланған.

Р. ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас: