Бөтә яңылыҡтар

"Вечный зов" сериалы Башҡортостандың ниндәй районында һәм ҡалаһында төшөрөлгән?

Яуаптарығыҙҙы комментарийға яҙығыҙ, дуҫтар. Ә был хаҡта белмәгәндәргә иһә түбәндәге тексты уҡырға тәҡдим итәбеҙ

"Вечный зов" сериалы Башҡортостандың ниндәй районында һәм ҡалаһында төшөрөлгән?
"Вечный зов" сериалы Башҡортостандың ниндәй районында һәм ҡалаһында төшөрөлгән?

Күптәрҙең яратып ҡараған "Вечный зов" сериалы беҙҙең йәмле Башҡортостанда төшөрөлгән. Был хаҡта хәҙерге йәш быуын белмәйҙер ҙә инде. Фильмдың тәүге дүрт өлөшө Дыуан районында төшөрөлә: Ҡалмаш, Алабуға, Бурцевка, Ежовка, Трубкин ауылдарында һәм шулай уҡ Белорет ҡалаһында.

3-сө серияның иң иҫтә ҡалырлыҡ өлөшө – каторганан ҡасҡан ағаһы Антонға аҙыҡ алып китеп барған Фёдорҙы баҫтырыу – Йүрүҙән йылғаһы ярында Сабаҡай ҡаяһы янында төшөрөлә. Сериалда уны Звенигора тип атайҙар.

"Правление колхлоа "Красный Партизан"-да барған колхоз собраниеһе беҙҙең ауылда, Белорет районы Черновка тигән бәләкәй генә ауылдың клубында барҙы", - тип хәбәр итә Хафиза Ғәликәйева. Хатта Белорет ҡалаһында шул сериалда төшкән кешеләрҙең бар ҙа икән. Кемдер кино төшөрөү мәлдәрен хәтерләй йәиһә һөйләгәндәре иҫендә ҡалһа, үҙегеҙҙең хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото һәм сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар" төркөмөнән.

"Вечный зов" сериалы Башҡортостандың ниндәй районында һәм ҡалаһында төшөрөлгән?
"Вечный зов" сериалы Башҡортостандың ниндәй районында һәм ҡалаһында төшөрөлгән?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: