Бөтә яңылыҡтар

Элвин Грей имиджын үҙгәрткән

Һеҙгә оҡшаймы, дуҫтар?

Элвин Грей имиджын үҙгәрткән
Элвин Грей имиджын үҙгәрткән

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсыһы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) үҙенең гастролдәрен башлай. Яҙғы гастроль туры алдынан ул үҙенең имиджын үҙгәрткән. Популяр артист яңы прическаһы менән төшкән фотоһын социаль селтәргә һалған. Күптәр яратҡан йырсыһын танымай ҙа торған.
«Бөгөн беҙ гастроль турын башлайбыҙ. Тәүге ҡала - Чистополь», - тип яҙған йырсы.
Артистың ижадын һөйөүселәр араһында уның образын тәнҡитләүселәр ҙә табылған. «Башҡорт шаманы», «элекке прическаң матурыраҡ ине»
тигән комментарийҙар ҡалдырған уның фанаттары.

Ә һеҙгә Радик Юлъяҡшиндың яңы образы оҡшаймы? Үҙ фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото: Радик Юлъяҡшин.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: