Бөтә яңылыҡтар

"Гармунымды ташлап китмәм, юҡ!"

Ял иртәһендә беҙҙе ҡайһы ауылдан сәләмләйҙәр?

"Гармунымды ташлап китмәм, юҡ!"
"Гармунымды ташлап китмәм, юҡ!"

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тормошобоҙға дәрт-дарман, яңы һулыш өҫтәп тора. Шундай талант эйәләренең береһе тураһында Әлшәй районы Себенле ауылы мәҙәниәт йортоноң "Бәйләнештә"ге төркөмөндә яҙылды.

"...Ә шулай ҙа, йәшлек үтте тиеп,
Гармунымды ташлап китмәм, юҡ.
Тынмаһын ул бөгөн, иртәгә лә,
Тыуыр яҙҙарҙа ла тынмаһын!
Ҡулдарында көллө быуындарҙың
Гүзәллекте маҡтап йырлаһын!
Был тиклем дә һөймәҫ инем бит мин
Аҡ ҡайынлы ауылым буйҙарын,
Был тиклем дә, бәлки, гүзәллеккә
Ынтылмаҫ та ине уйҙарым,
Баҫалмаһам әгәр гармун телен,
Аңламаһам гармун күңелен!
Гармун аша артыҡ иртә белдем
Йырһыҙ йәшәү — йәшәү түгелен".

(Рафаэль Сафиндың "Гармунсы" поэмаһынан өҙөк).

Был шиғыр юлдары Себенле мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Дим ынйылары" фольклор төркөмөнөң алмаштырғыһыҙ гармунсыһы Минзәлә Рәшит ҡыҙы Юнысова тураһында ғына кеүек!" - тиелә Әлшәй районы Себенле ауылы мәҙәниәт йортоноң "Бәйләнештә"ге төркөмөндә.

Ауылдарҙа моңдо һүндермәгән гармунсыларға ижади балҡыш, дәрт-дарман теләйбеҙ.

Видео: Себенле мәҙәниәт йорто төркөмө.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: